Кисә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Автодор” дәүләт компанияһының эшлекле иртәнге ашында ҡатнашты. Унда “Автомобиль мегапроекттары: яңы заман талаптары” тигән тема буйынса фекер алыштылар.
Осрашыуҙы асып, “Автодор” дәүләт корпорацияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко илдең транспорт селтәрен үҫтереүҙең төп эш йүнәлештәре һәм стратегик өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Улар иҫәбенә Башҡортостан биләмәһе аша үтәсәк юғары тиҙлекле М-12 автомобиль юлын төҙөүгә ҡағылған күләмле проект та инә.
– Яңы М-12 трассаһы Рәсәйҙең ҙур агломерацияларын тоташтырасаҡ, – тине Вячеслав Петушенко. – Әле логистика сылбырын глобаль үҙгәртеп ҡороу шарттарында был проект ҙур әһәмиәткә эйә, шуға күрә беҙгә ил төбәктәре менән тығыҙ бәйләнештә эш итергә кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәрендәге коллегаларын республиканың төп инфраструктура проекттары менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, бер үк ваҡытта бер нисә магистраль мегапроекттың тормошҡа ашырылыуы - республикабыҙ тарихында булмаған хәл. Республика етәксеһе Өфөнән көнсығыш яҡлап М-5 “Урал” трассаһына сығыу юлын һалыуҙы, Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлын реконструкциялауҙы һәм юғары тиҙлекле М-12 яңы федераль трассаһының бер өлөшөн төҙөүҙе телгә алды.
М-12 трассаһы иҡтисадтың тағы ла бер секторын – юл буйы сервисын үҫтереүгә этәргес бирә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, беҙгә был йүнәшлеште үҫтереү мөһим. Әле республикала “әҙер ҡарарҙар магазины” асылған – трассалар буйында 400 потенциаль майҙансыҡ тәҡдим ителә. Уларҙа бизнес проекттарын тормошҡа ашырырға мөмкин.
– Башҡортостанда юл төҙөлөшө әүҙем бара. Беҙҙә компетенция, заманса техника һәм, иң мөһиме, үҫергә теләк бар. Иҡтисади хәл төбәккә яңынан-яңы инвестициялар талап итә, һәм беҙ ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press