16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков National Iranian Oil Company Иран дәүләт нефть һәм газ компанияһы делегацияһын Башҡортостан стенды менән таныштырҙы һәм төбәктең сәнәғәт-иҡтисади ҡеүәте хаҡында һөйләне.
Иран делегацияһына нефть министры урынбаҫары һәм NIOC-тың идарасы директоры М. Хожаст Мэхр әфәнде етәкселек итә. Делегация составына Иран дәүләт нефть һәм газ компанияһы йүнәлештәре етәкселәре - тышҡы эшмәкәрлек директоры М. Мохаммадипур әфәнде һәм NIOC-тың генераль директоры кәңәшсеһе М. Мостаджиран әфәнде ингән.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.
– Башҡортостан һеҙҙең бизнесты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырырға әҙер. Беҙ партнерлыҡҡа асыҡбыҙ. Республика Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, Иранда Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле офисын асыу йәһәтенән эш алып барабыҙ, – тине Андрей Назаров Иран делегацияһына мөрәжәғәт итеп.
– Бөгөнгө һөйләшеү – май айында Иранда Башҡортостан бизнес-миссияһының бай йөкмәткеле эшенең һөҙөмтәһе ул. Иран дәүләт нефть-газ компанияһы донъялағы иң ҙур нефть-газ компанияларының береһен тәшкил итә. Иран партнерҙары менән Башҡортостандың һәм NIOC-тың сервис компаниялары араһында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, шулай уҡ тотош республика менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙек, – тине Сергей Греков.
М. Хожаст Мэхр әфәнде Башҡортостандың ҡеүәтенә һәм республиканың нефть сәнәғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштарына юғары баһа бирҙе.
Яҡтар тәжрибә уртаҡлашты, үҙ-ара файҙалы артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн уртаҡ йүнәлештәрҙе билдәләне. Һөйләшеү барышында NIOC делегацияһының – Башҡортостанға һәм Башҡортостан хөкүмәте рәсми делегацияһының Тегеранға сәфәрен ойоштороу тураһындағы килешеүгә өлгәшелде.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press