Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июнь 2022, 10:45

“ИРБИС-РБ” 10 инвестиция проектын тормошҡа ашырмаҡсы

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ошо турала килешеү төҙөлдө.

“ИРБИС-РБ” 10 инвестиция проектын тормошҡа ашырмаҡсы
“ИРБИС-РБ” 10 инвестиция проектын тормошҡа ашырмаҡсы

Кисә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “ИРБИС-РБ” яғыулыҡ компанияһы араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөлдө. Документтарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм “Ирбис-БР” яғыулыҡ компанияһының ойоштороусыһы Роман Фәтихов ҡул ҡуйҙы.

Андрей Назаров әйтеүенсә, “ИРБИС-РБ” компанияһы Башҡортостанда ике йүнәлештә эшмәкәрлекте үҫтерә, улар юл буйы сервисы объекттарын һәм ҡала эсендә автомобилдәрҙе заправкалау станцияларын төҙөүгә ҡағыла.

– Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү Башҡортостан биләмәһендә 2024 йылға тиклем “ИРБИС-РБ” компанияһының 10 инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Инвестор 1,5 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтергә һәм 200-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырырға ниәтләй. Был республикабыҙға төрлө кимәлдәге бюджеттарға һалым түләүҙәре бүлемдәрен арттырыу, шулай уҡ төбәктә юл буйы сервисын үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр шулай уҡ бер инвестиция проектының тормошҡа ашырылыуы хаҡында белдерҙе. Яңы сервис объекты Өфө районы биләмәһендә дөйөм файҙаланыуҙағы Р-240 “Өфө–Ырымбур” автомобиль юлы буйында урынлашҡан. Йәнә дүрт инвестиция проекты Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Әле объекттар һалыу өсөн ер бүлеү мәсьәләһе тикшерелә. Биш инвестиция проектҡа ярашлы, объекттарҙы урынлаштырыу өсөн ер участкалары һайлана.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: