Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июнь 2022, 15:15

Маҡсат – коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам

Йыл башында Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған 5,6 мең ойошма теркәлгән.

Маҡсат – коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам
Маҡсат – коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам

16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса Президент гранттары фонд-операторы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров һәм фондтың генераль директоры Илья Чукалин ҡул ҡуйҙы.

Килешеү яҡтарҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамын үҫтереү һәм камиллаштырыу мәсьәләһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығыта. Йыл башында Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған 5,6 мең ойошма теркәлгән.

Документта һүҙ иҡтисадтың коммерцияға ҡарамаған тармағын берлектә үҫтереү, шулай уҡ социаль, мәҙәни, белем биреү, ғилми маҡсаттарға өлгәшеү, граждандарҙың һаулығын һаҡлау, физик культураны һәм спортты үҫтереү өсөн барлыҡҡа килгән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшенә булышлыҡ итеү тураһында бара. Хеҙмәттәшлек көнүҙәк социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: