Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июнь 2022, 17:40

Милли рейтингта бишенсе урынды һаҡлап ҡалдыҡ

2020 йылда республика тәүге тапҡыр алдынғы биш төбәк иҫәбенә ингәйне.

Милли рейтингта бишенсе урынды һаҡлап ҡалдыҡ
Милли рейтингта бишенсе урынды һаҡлап ҡалдыҡ

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй төбәктәрендә инвестиция шарттары торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Уны Стратегик башланғыстар агентлығы эшлекле берекмәләр менән берлектә йыл һайын әҙерләй.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан рейтингта алдынғы бишәү исемлегендәге урынын һаҡлап ҡалды. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда төбәк тәүге тапҡыр алдынғы биш төбәк иҫәбенә инеп, бишенсе баҫҡысты биләгәйне.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов Башҡортостанда инвесторҙар менән эш алып барыу сифатына юғары баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, унда башҡа төбәктәрҙә таратырлыҡ тәжрибә тупланған.

– Башҡортостан етәкселегенән инвесторҙар менән мөнәсәбәттәр булдырырға өйрәнергә кәрәк. Инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса төбәк советының юғары балл  – бишле – алыуы ҡыуаныслы хәл. Шул уҡ ваҡытта илдә был күрһәткес уртаса дүрткә яҡын, – тине Андрей Белоусов.

Башҡортостанда инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса даими эш алып барыла.

– Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында төп капиталға инвестициялар 419,3 милиард һум тәшкил иткән. Төбәктә 93,2 миллиард һумлыҡ 948 инвестиция проекты, муниципаль кимәлдә 43,8 милиард һумлыҡ 933 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Башҡортостанда кластер сәйәсәте әүҙем ғәмәлгә ашырыла. Төбәк Хөкүмәте менән Рәсәй Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған, уның нигеҙендә сәнәғәт һәм агросәнәғәт кластерҙарын ойоштороу буйынса йылдам эш алып барыла.

Төбәк экспортты үҫтереүгә һәм республика тауарҙары өсөн һатыу баҙарын киңәйтеүгә ҙур иғтибар бүлә. Былтырғы йомғаҡтар буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 4,6 миллиард доллар тәшкил иткән. Тауарҙар экспорты 3,7 миллиард АҠШ долларына еткән.

Башҡортостандың Төркиә Республикаһында, Ҡаҙағстанда һәм Белоруссияла вәкиллектәре бар. 2024 йылға тағы һигеҙ вәкиллек асыу планлаштырыла.

Республика йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә йәлеп ителгән резиденттар һаны буйынса алдынғылар иҫәбенә инеп, ошо күрһәткес буйынса Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләй. Республикала бөтәһе биш йылдам үҫеш биләмәһе бар, уларҙа, планға ярашлы, 122 резидент эшләй. Резиденттар 50 миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтеп, 10 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырасаҡ.

Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә сәнәғәт-етештереү тибындағы йылдам үҫкән махсус иҡтисади зонаға әүерелде. Әле унда 12 резидент эшләй. Инвестициялар күләме – яҡынса 25,7 миллиард һум, 1733 эш урыны булдырыу ҡаралған.

2021 йылда бизнес өсөн хеҙмәттәрҙе һанлаштырыу, проекттарға мәғлүмәти яҡтан булышлыҡ итеү, планлаштырыу йәһәтенән ҙур эш башҡарылды. Мәҫәлән, бизнес-мөхитте яҡшыртыу буйынса эште ойоштороу эшҡыуарлыҡ өсөн ҡыҙыҡлы булған йүнәлештәр буйынса 540 сараны тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тотҡан селтәрле планлаштырыу форматына күсерелгән. Республикалағы 21 ведомство ошо саралар өсөн яуаплы. Контроль Башҡортостан Башлығы һәм Хөкүмәт Премьер-министры кимәлендә тормошҡа ашырыла.

– Саралар үтәлешен күҙәтеүҙең асыҡ алымын ҡулландыҡ. Күҙәтеү ведомство-ара CRM системаһы нигеҙендә ысын ваҡыт тәртибендә һанлы форматта алып барыла.  2022 йылға селтәрле графикта 939 сара иҫәпләнә, – тине Андрей Назаров.

Пандемияға бәйле көрсөккә ҡарамаҫтан, былтыр Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һаны биш мең берәмеккә артып, 126,9 мең тәшкил иткән, был элгәре йылға ҡарағанда биш меңгә күберәк.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Милли рейтингта бишенсе урынды һаҡлап ҡалдыҡ
Милли рейтингта бишенсе урынды һаҡлап ҡалдыҡ
Милли рейтингта бишенсе урынды һаҡлап ҡалдыҡ
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: