Ағымдағы йылдың мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте контроль (күҙәтеү) һәм рөхсәт биреү эшмәкәрлеге йәһәтенән ярҙам сараларын регламентлаусы норматив документтар ҡабул итте.
Әйтәйек, Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 10 мартындағы 336-сы ҡарары менән 2022 йылда контроль (күҙәтеү) саралар уҙғарыуға мораторий индерелгән. Ул планға ярашлы, шулай уҡ пландан тыш тикшереүҙәргә лә ҡағыла. Мораторий бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттары менән менән бер рәттән, ҙур компанияларға ла ҡағыла. Һөҙөмтәлә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, илдә тикшереүҙәр һаны алты тапҡырға кәмегән. Ғәҙәттә, бер контроль сара һигеҙ-туғыҙ эш көнөн ала һәм уға кәмендә өс кеше йәлеп ителә. Әгәр быларҙың барыһын да сығымдарға бәйләп иҫәпләгәндә, мораторий бизнесҡа йылына 60 миллиард һумдан ашыу экономия яһаясаҡ.
Шулай уҡ төбәк властары иғтибарын бизнес эшен мөмкин тиклем ябайлаштырыуға ла йүнәлтте. Әйтәйек, Башҡортостанда тышҡы санкциялар баҫымы шарттарында республика иҡтисадының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса тәү сираттағы саралар планы раҫланды. Уға дөйөм финанслау күләме 54 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 154 көрсөккә ҡаршы ярҙам сараһы инә. Бынан тыш, документта төбәк һәм муниципаль контроль-күҙәтеү органдары уҙғарған тикшереүҙәр һанын кәметеү ҡаралған. Эшенән бушаған контролёрҙарҙың эшмәкәрлеге иһә иҫкәртеүгә йүнәлтеләсәк.
Дөйөм алғанда, ил буйынса тәү сираттағы эштәр планы 252 сараға иҫәпләнгән, шуларҙың 185-е буйынса закондар һәм тейешле норматив база ҡабул ителгән.
Республика Хөкүмәте Аппараты тарафынан ай һайын үткәрелгән тикшереүҙәргә мониторинг ойошторолған. Дөйөм алғанда, мораторийҙы сафҡа индереү республикала 3 меңдән ашыу контроль сараның бөтөрөлөүенә һәм 6,5 меңдән күберәк бойороҡто автоматик рәүештә оҙайтыуға килтергән.
Мораторийҙы контроль (күҙәтеү) органдары боҙған осраҡта, кире бәйләнеш каналы ойошторолған. Мораторий ваҡытында үткәрелгән тикшереүгә ялыуҙы түбәндәге адрестар буйынса яҙылырға мөмкин:
- Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының электрон почтаһына: [email protected];
- Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында: https://knd.gosuslugi.ru/.
Фото: pravitelstvorb.ru
(Сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғаты хеҙмәте).