Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июнь 2022, 13:20

“Росстандарт” ярҙам итер

Еңел сәнәғәт продукцияһы буйынса һынау лабораторияһын декабрҙә асмаҡсылар.

“Росстандарт” ярҙам итер
“Росстандарт” ярҙам итер

Кисә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ (“Росстандарт”) етәксеһе Антон Шалаев һәм Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко менән осрашты. Көн тәртибенә республикала еңел сәнәғәт продукцияһы өсөн аккредитацияланған һынау лабораторияһын, технопарктар ҡарамағында сертификатлау үҙәктәре асыу мәсьәләһе инде.

Мәғлүм булыуынса, былтыр апрелдә Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы барышында Радий Хәбиров һәм Антон Шалаев республикала Дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә еңел сәнәғәт продукцияһы буйынса аккредитацияланған һынау лабораторияһын ойоштороу тураһында һөйләшеп килешкәйне. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, бының өсөн биналар бүленгән, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған.

Лабораторияны 2022 йылдың декабренә, Башҡортостан Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенең 120 йыллығына техник яҡтан сафҡа индереү күҙаллана.

– Лабораториялар һәм сертификатлау үҙәктәре ойоштороу үҙенсәлекле компетенция талап итә. Бизнес аҡса түгергә, ваҡытты сарыф итергә мәжбүр. Шул уҡ ваҡытта “Росстандарт” бөтә ил буйынса хеҙмәт күрһәтергә әҙер булған технологик инфраструктура объекттарын, сертификатлау, стандартлаштырыу, метрология үҙәктәрен үҫтерә, – тине Андрей Шпиленко.

Башҡортостан Башлығы был тәҡдимде хупланы. Уның әйтеүенсә, “Росстандарт” үҙәктәренең тейешле компетенцияларға эйә һәм улар технопарк резиденттарына сығарылған продукцияны сертификатлауҙа ярҙам итәсәк.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: