Кисә XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ВЭБ.РФ Дәүләт корпорацияһының өлкән вице-президенты Михаил Алашкевич менән Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү проекты буйынса фекер алышты.
– Был - Башҡортостан өсөн иң мөһим ғилми-белем биреү проекттарының береһе, – тине Радий Хәбиров. – Тап ғилми-белем биреү үҙәгенең эшмәкәрлеге һәм Өфө вуздары нигеҙендә берләштерелгән университет ойоштороу кампус проектына Рәсәй Хөкүмәтендә хуплау табырға мөмкинлек бирҙе. Өфөнө күләмле объекттарҙы урынлаштырыу өсөн һигеҙ майҙансыҡтың береһе итеп һайланылар. Беҙ ҡаланың тарихи үҙәгендә кампус төҙөргә ниәтләйбеҙ.
Торлаҡ, уҡыу-лаборатория, административ биналар һәм йәмәғәт киңлектәре комплексы бер үк ваҡытта биш мең магистрҙы, аспирантты һәм ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙе урынлаштырыуға иҫәпләнә. Беренсе этапта Сколково фонды әҙерләгән Өфөләге QR-паркты төҙөкләндереү ҡарала. Икенсе этап торлаҡ корпустар, уҡыу аудиториялары, лабораториялар, геном үҙәген, шулай уҡ йәмәғәт-эш киңлектәрен асыуҙы күҙ уңында тота.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press