Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июнь 2022, 21:00

Завод икенсе һулыш аласаҡ

Әлеге ваҡытта Өфө трансформатор заводының технологик үҫешенең проекты тормошҡа ашырыла башланған да.

Завод икенсе һулыш аласаҡ
Завод икенсе һулыш аласаҡ

17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә «Электр заводы» акционерҙар йәмғиәтенең Өфө трансформатор заводы базаһында ERSO Холдингының Өфө электротехник кластерын үҫтереү буйынса инвестиция проектын Башҡортостан биләмәһендә тормошҡа ашырыу буйынса ниәттәре тураһында Килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм «Электрозавод» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Горан Малбашич ҡул ҡуйҙы.

- Әлеге ваҡытта Өфө трансформатор заводының технологик үҫешенең проекты тормошҡа ашырыла башланған да. Инвестиция проектының хаҡы яҡынса 4,5 миллиард һум тәшкил итә. Шулай уҡ 2025 йылға 790 эш урыны булдырыу планлаштырыла, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Бөгөн акционерҙар етештереү ҡеүәтен арттырыуға һәм продукцияның төрлөлөгөн киңәйтергә ниәтләй. ERSO холдингының генераль директоры Горан Малбашич билдәләүенсә, 2025 йылға заводта бөтә төр көсөргәнештәге трансформаторҙар сығарырға, икенсел электр ҡорамалдары етештереүҙе яйға һалырға, шулай уҡ үҙ продукцияһына ғына түгел, Рәсәй баҙарынан киткән компанияларға ла сервис хеҙмәтләндереүен күрһәтергә ниәтләйҙәр.

Фото: pravitelstvorb.ru

(Сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғаты хеҙмәте). 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: