Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2022, 20:00

Һанлы тирмәлә нимә күрһәтелде?

Башҡортостан стенды менән ҡыҙыҡһындылар.

Һанлы тирмәлә нимә күрһәтелде?
Һанлы тирмәлә нимә күрһәтелде?

17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль оругындағы тулы хоҡуҡлы  вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан стендын ҡараны.

Төбәк экспозицияһы бер нисә функциональ-тематик зонаны берләштерҙе. Үҙәк объект – һанлы тирмә, унда Башҡортостан, уның үҫешенең төп йүнәлештәре менән танышырға мөмкин булды. Шул иҫәптән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы проекты, Республикаға идара итеү үҙәге, Өфөнөң 450 йыллығына юбилей төҙөлөштәре.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: