Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь , 20:15

Башҡортостан лайыҡлы баһа алды

Ил етәксеһе Владимир Путин үҙенең сығышында был турала билдәләне.

Башҡортостан лайыҡлы баһа алды
Башҡортостан лайыҡлы баһа алды

17 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин да сығыш яһаны. Дәүләт етәксеһе иҡтисадтағы хәлдәр тураһында һәм бизнесҡа ярҙам итеү саралары тураһында һөйләне.

Шулай уҡ Стратегик башланғыстар агентлығының Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы мәғлүмәттәре буйынса прогресҡа өлгәшкән төбәктәрҙе билдәләне. Рейтинг лидерҙарын тәбрикләне. Әйтергә кәрәк, улар иҫәбендә 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса бишенсе урын алған Башҡортостан да бар.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в