Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2022, 10:05

Бизнеста артыҡ тикшереүҙәрҙән баш тартыу кәрәк

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар ултырышында ошо турала ла һүҙ булды.

Бизнеста артыҡ тикшереүҙәрҙән баш тартыу кәрәк
Бизнеста артыҡ тикшереүҙәрҙән баш тартыу кәрәк

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бизнесҡа ҡарата әйтелгән сығышына үҙенең фекерен белдерҙе:

“Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында Президент үҙенең докладында бизнесҡа ярҙам темаһына  иғтибарын йүнәлтте. Владимир Путин билдәләүенсә, Рәсәй бизнесында эшмәкәрлеге халыҡҡа һәм экологияға зыян килтереү хәүефе менән бәйле булмаған күпселек тикшереүҙәрҙән бөтөнләйгә баш тартырға нигеҙ бар. Президент әйтеүенсә, бизнесты нормаларҙы һәм талаптарҙы үтәүгә мәжбүр итергә түгел, ә дәртләндерергә кәрәк.

Айырыуса эшҡыуарҙар артыҡ тикшереүҙәрҙән баш тартыуҙы көттө, сөнки тикшереүсе органдар тарафынан контроль һәм артыҡ көйләү компания өсөн өҫтәмә сығымдар ғына талап итмәй, эш процесына ныҡлы ҡамасаулай ҙа. 

Яңы тарихта власть һәм бизнес мөнәсәбәте тураһында китап әҙерләгәндә, күп эшҡыуарҙарҙың фекерен алдым. Күптәре билдәләүенсә, теләһә ниндәй тикшереү ҙә отчетлыҡ өсөн түгел, ә кәрәк булғанда ғына үткәрелергә тейеш. Ә яза биреүҙе етешһеҙлектәрҙең кеше һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янағанда йәки баҙарҙағы  тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең сифатын кәметкәндә ҡулланырға кәрәк”.   

 Фото: Башинформ.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: