Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың «Бизнес һәм власть: яңы тарих дәрестәре» китабының презентацияһы үтте. Авторҙың был тәүге китабы, уның өҫтөндә ул дүрт йылдан ашыу эшләй.
Китап Рәсәй эшҡыуарлығын һәм инвестиция мөхитен үҫтереүҙең яңы тарихына ҡыҫҡаса экскурсияны, илебеҙҙең бөгөнгө бизнесын формалаштырыуҙа осраған проблемалар анализын сағылдыра. Автор әйтеүенсә, ысын китап - ул ХХI быуат башында эшлекле мәҙәниәттең һәм милли юрисдикцияның ниндәй юл үткәнен төшөнөргә тырышыу. Ошо анализ нигеҙендә Андрей Назаров ҡануниәтте һәм дәүләт көйләүе ҡоралдарын камиллаштырыу буйынса уңышлы формулалар сығарҙы, улар ҡыҫҡа ваҡытта көслө иҡтисади үҫешкә өлгәшергә ярҙам итәсәк.
- Был формулаларҙың барыһын да бөгөн Башҡортостанда файҙаланабыҙ. Минең анализым, тәжрибәм һәм һығымталарым башҡа төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙға, министрлыҡ һәм ведомстволарға файҙалы булыр тип ышанам. Шулай уҡ эшҡыуарҙарға ла дәүләт менән нисек диалог ҡороуҙы тәрәнерәк аңларға булышлыҡ итер, - тип уртаҡлашты Андрей Назаров.
Китаптың яҙылыу тарихына туҡталып, автор был эшкә үҙе бизнес менән шөғөлләнгән ваҡытында тотоноуын, «Эшлекле Рәсәй»ҙең рәйестәше булараҡ, илдең инвестиция мөхите йүнәлешендә эшләгән осоронда яҙа башлауын билдәләне
- Әммә тыуған Башҡортостаныма ҡайтып, яуаплы вазифа биләгәс, бизнес һәм дәүләт араһында ҡайһы саҡта барлыҡҡа килгән проблеманы киңерәк күрә алдым, - тип һөйләне Андрей Назаров.
Китаптың нигеҙен авторҙың көндәлектәрендәге һөнәри юлы дауамында алып барған шәхси яҙмалары, яңылыҡтар, «Бизнес коррупцияға ҡаршы» үҙәгенән һәм эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиллек институтынан кейстар, шулай уҡ алдынғы юристарҙың, журналистарҙың, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың һәм дәүләт эшмәкәрҙәренең фекерҙәре тәшкил итә.
Китапҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, бизнес-омбудсмен Борис Титов, Рәсәй юристары ассоциацияһы рәйесе Владимир Груздев, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, билдәле адвокат Анатолий Кучерена, журналист Ева Меркачева, юристар Владимир Радченко һәм Михаил Федотов һәм башҡаларҙың интервьюлары ингән.