Интернеттан файҙаланған һәр икенсе кеше көн һайын фейктар - ялған яңылыҡтар менән осраша. Мәғлүмәт фейктары кешеләрҙең тормошона ла, йәмғиәттең дөйөм кәйефенә лә кире йоғонто яһай.
“Диалог Төбәктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың яңы проекты Рәсәйҙең йәш граждандарына фейктарҙы айырырға ярҙам итәсәк, мәғлүмәтте тикшереү ысулдары менән таныштырасаҡ.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Рәсәйҙең мәғариф министрлығы һәм “Диалог Төбәктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҡытыусылар һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн һанлы грамоталылыҡ буйынса берҙәм белем биреү проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшеп килеште.