Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2022, 15:50

Инвестиция өлкәһендә уңыштар тос

Республикабыҙ инвестициялар йәлеп итеүҙә алдынғылар рәтендә.

Инвестиция өлкәһендә уңыштар тос
Инвестиция өлкәһендә уңыштар тос

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһендә инвестиция климатының милли рейтингында республиканың ТОП-5 лидерҙар иҫәбенә инеүенә түбәндәгеләрҙе белдерҙе:

- Башҡортостан йәнә Стратегик башланғыстар агентлығы инвестиция климатының милли рейтингында ТОП-5 лидерҙары иҫәбенә инде. Инвестклиматты яҡшыртыу буйынса беҙҙең төбәк советы юғары балл – 5 алды, ил буйынса ул уртаса - 4.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостанды рейтингтың алдынғылар иҫәбенә инеүе менән ҡотланы һәм төбәктәргә уңышлы эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов инвесторҙар менән мөнәсәбәт булдырыуҙа беҙҙең юғары кимәлде билдәләне. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса төбәккә инвестиция күләме 420 миллиард һум тиерлек булды, 93,2 миллиард һумға 948 инвестпроект тормошҡа ашырылды.

Быйыл бизнесҡа ярҙам итеүҙең саралар пакетын раҫланыҡ. Уларға 54,3 миллиард һумға 154 сара инде. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы уңышлы эшләй,ул Рәсәй Федерацияһы иҡтисади зоналарының  инвестиция йәлеп итеү ҡеүәте буйынса V Милли рейтингыһында алдынғылыҡҡа сыҡты.

Төбәктә 50 миллиард һумдан ашыу инвестицияның планлы күләме менән Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең 122 резиденты теркәлгән. Беҙ - Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урында. Артабан да үҫеүҙе дауам итәсәкбеҙ.

Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: