Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь , 18:25

Күперҙәр ниндәй йылғалар аша һалына?

Төҙөлөш өлкәһендә лә ҙур яңылыҡтар көтөлә.

Күперҙәр ниндәй йылғалар аша һалына?
Күперҙәр ниндәй йылғалар аша һалына?

17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы  министры Ирек Фәйзуллин осрашты.

Осрашыу алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Dars Development компанияһы менән мөһим инфраструктура проекты – ике ҙур күпер үткәүеле төҙөүҙе тормошҡа ашыра башлау тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйғайны. Был күпер Ағиҙел аръяғы биләмәһен Өфөнөң үҙәге менән тоташтырасаҡ.

Тәүге күпер Ағиҙел йылғаһы аша  һалынасаҡ, ул Совет районының Рига урамынан алып артабан Миловка шоссеһына барып тоташа. Икенсе күпер Дим йылғаһы аша төҙөлә. Был ҡоролмаларҙы әҙерләүҙе  Dars Development компанияһы башҡарасаҡ.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в