Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2022, 13:35

“Кировец” тракторҙарын алғанда ташлама ҡаралған

Петербург трактор заводы Башҡортостан аграрийҙары менән хеҙмәттәшлекте дауам итә.

“Кировец” тракторҙарын алғанда ташлама ҡаралған
“Кировец” тракторҙарын алғанда ташлама ҡаралған

17 июндә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов эш сәфәре менән Петербург трактор заводында булып, предприятиеның  директоры Сергей Серебряков менән осрашты.

Осрашыу Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыуға бәйле эш сәфәре барышында үтте.

Осрашыуҙа яҡтар “Петербург трактор заводы” акционер йәмғиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы араһында республика ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн 2022 йылда “Кировец” тракторын һатып алыуға биш процент күләмендә өҫтәмә ташлама биреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

 - Республиканың аграр секторында “Кировец” тракторҙары ҙур һорау менән файҙалана, төбәктең ауыл хужалығы етештереүселәрендә  уларҙың һаны бер меңдән артып китә, -ти Илшат Фәзрахманов. – “Кировец”тарҙың  өлөшө республиканың дөйөм тракторҙар паркында ете процентҡа яҡын, шул уҡ ваҡытта уртаса ҡулланыу ваҡыты 20 йылдан артып китә. Шуға ла паркты яңыртырға теләйбеҙ һәм “Кировец” тракторҙарын йылына 150 берәмектән дә кәм алмаҫҡа ниәтләйбеҙ.

Республика ауыл хужалығы етештереүселәренә яңы “Кировец” тракторҙарын алыуға субсидиялар рәүешендә дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: