Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2022, 16:10

Меморандум яңы мөмкинлектәр булдыра

Башҡортостан һәм Рәсәйҙең алты төбәге Евразия иҡтисади үҙәген төҙөү буйынса меморандумға ҡул ҡуйҙы.

Меморандум яңы мөмкинлектәр булдыра
Меморандум яңы мөмкинлектәр булдыра

17 июндә XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади формында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Кузьмицкий ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмурт Республикаһы, Пермь крайы менән берлектә Евразия иҡтисади үҙәге булдырып, үҙ-ара эш итеү тураһындағы Меморандумға ҡул ҡуйҙы.  

Республикала комплекслы инвестиция проекты булдырыу өҫтөндә эш Рәсәйҙең Финанс министрлығының Фәнни-тикшеренеү финанс институты ярҙамында донъя конъюнктураһы үҙгәргәнгә тиклем үк башланғайны.

- Комплекслы инвестиция проекты дөйөм алғанда кәмендә 100 миллиард һумлыҡ 70-ләп проектты берҙәм технологик циклға берләштерергә булышлыҡ итәсәк, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Беренсе вице-премьер үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәле булырына, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең нығыныуына, төбәктәрҙең һәм тотош илебеҙҙең иҡтисады үҫеүенә ҙур өлөш индерәсәгенә ышаныс белдерҙе.

- Комплекслы инвестиция проекты экспорт ҡеүәте ҙур булған продукция сығарыуҙы үҙләштереүҙә ҡатнашҡан төбәктәрҙең проекттарын берләштереүгә уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота, - тип аңлатма бирҙе ул.

Һуңғы геосәйәси ваҡиғалар санкция баҫымы эҙемтәләрен бөтөрөү кәрәклеге шарттарында был башланғысҡа айырыуса көнүҙәклек өҫтәне. Бөгөн иҡтисадтың эшләүен тергеҙеү өсөн генә түгел, ә производство сылбырҙарын ҡабаттан көйләү, үҫтереү һәм нығытыу өсөн дә тәүшарттар булдырыу мөһим. Рәсәй төбәктәре Башҡортостандың башланғысын әүҙем хупланы.

- Бөгөн санкция сикләүҙәре шарттарында төбәк-ара кооперация экспорт ҡеүәтен көсәйтеү айырым әһәмиәткә эйә. Һүҙ Удмуртия хаҡында ғына түгел, ә тотош төбәктәр тураһында бара. Беҙҙең хеҙмәттәшлек, кәрәк булғанда, төбәктәрҙә эшләп килгән бер нисә ғәмәлдәге проекттарҙы ла берләштерергә һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген күтәрергә ярҙам итәсәк, - тине Удмуртия Республикаһы Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Константин Сунцов.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

 

Меморандум яңы мөмкинлектәр булдыра
Меморандум яңы мөмкинлектәр булдыра
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: