-13 °С
Болотло
17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бахрейн Батшалығының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Әхмәд Әбделрахман Әл Саати менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Дипломатик миссия етәксеһе Башҡортостан стендын һәм республика делегацияһы эшен юғары баһаланы. Сауҙа-иҡтисади һәм туризм өлкәһендә яңы проекттар планлаштырыу өсөн йүнәлештәр билдәләнде.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.