17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туризм буйынса федераль агентлығы етәксеһе Зарина Догузова менән “Ҙур Урал” күләмле төбәк-ара проекты үҫеше буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Проекттың нигеҙе – айырым кластерҙар түгел, ә тотош биләмәләрҙең туристик оҫталыҡ-пландарын булдырыу. Рәсәй туризмында 12 макробиләмә бүленгән, улар илдең туристик каркасы буласаҡ. Ошондай макротөбәктәрҙең береһе “Ҙур Урал” булырға тейеш.
Ҡул ҡуйылған килешеүҙең маҡсаты – айырым туристар һәм туроператорҙар тарафынан ойоштолған төркөмдәрҙең сәйәхәттәре өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында Уралда туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса көстәрҙе берләштереү.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.