Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2022, 19:20

Ҡурған өлкәһе менән бәйләнеш нығый

Был хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәрен аса.

Ҡурған өлкәһе менән бәйләнеш нығый
Ҡурған өлкәһе менән бәйләнеш нығый

17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһе сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Хөкүмәт-ара документҡа ҡултамғаны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков ҡуйҙы.

Яңы килешеү төбәктәр араһында иҡтисади, социаль һәм мәҙәни өлкәлә алдан өлгәшелгән килешеүҙәрҙе лә ҡеүәтләй. Иҡтисади хеҙмәттәшлек сиктәрендә Башҡортостан Ҡурған өлкәһен дизель яғыулығы, минераль ашламалар, кальцийлы сода, төҙөлөш материалдары, шулай уҡ башҡа төрлө ҡулланыштағы тауарҙар менән тәьмин итә.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: