Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә санкция эҙемтәләрен йомшартыуҙа төбәктәрҙең берләшеүе мөһимлеге хаҡында фекер йөрөтә.
“RT хәбәрсеһе миңә Петербуртағы халыҡ-ара иҡтисади форум барышында һорау биргәндә төбәктәрҙең бер-береһе менән аралаша башлауын билдәләне. Ысынлап та шулай, был форумда һиҙелде.
Үҙебеҙҙең илдә барыһын да етештереү мөмкин түгел, тиҙәр. Мин улай уйламайым. Бәлки булалыр, тик иҫкәрмәләр менән. Беҙ донъяла биләмә, файҙалы ҡаҙылмалар һәм мөмкинлектәр буйынса иң ҙур ил. Төбәктәр сит ил продуктына ярашлы тауар етештереү өсөн берләшә, “Евразия иҡтисади үҙәге” – быға уңышлы миҫал.
Беҙ был проектты өсөнсө йыл инде үҫтерәбеҙ. Рәсәйҙең бер нисә субъекты компаниялары берләшә һәм бер кооперация инвестиция системаһы була бара. Быйылғы иҡтисади форумда беҙ Һамар, Һарытау, Ульянов, Пенза өлкәләре, Удмурт Республикаһы, Пермь крайы менән Евразия иҡтисади үҙәге төҙөүҙә үҙ-ара бәйләнеш булдырыу тураһында Меморандумға ҡул ҡуйҙыҡ.
Башҡортостан һәм күрше субъекттар инвестициялары суммаһы ике триллион һум тәшкил итәсәк, һалым кереме йыл һайын – 300 миллиард һум, өҫтәмә эш урындары – 40 мең. Санкция сикләүҙәре эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн көрәштә төбәк-ара кооперация айырыуса мөһим”.
Фото:VK.com