Иҡтисад
20 Июнь 2022, 13:30

Ағиҙел аръяғына күпер һалынасаҡ

Өфөнөң төрлө өлөштәрен тоташтырыуҙы яҡшыртыу мөмкинлеге бирерҙәй проект өҫтөндә эш башлана.

Ағиҙел аръяғына күпер һалынасаҡАғиҙел аръяғына күпер һалынасаҡ
Ағиҙел аръяғына күпер һалынасаҡ

Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте Dars Development компанияһы менән хеҙмәттәшлек буйынса меморандумға ҡул ҡуйҙы. Был сара республика баш ҡалаһы инфраструктураһының мөһим проектын — Ағиҙел аръяғының перспективалы биләмәләрен Өфө үҙәге менән тоташтырырға тейешле ике күпер төҙөүҙе башлап ебәрә.

Совет районынан күперҙе Ағиҙел йылғаһы аша Рига урамынан төҙөй башлап, артабан ул Миловка шоссеһына килеп тоташырға тейеш тип күҙаллана. Бының өсөн Дим йылғаһы аша икенсе кисеү төҙөргә кәрәк буласаҡ.

"Был - етди инфраструктура проекты, ул ҡала биләмәләрен үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә Өфөлә транспорт хәлен һиҙелерлек яҡшыртасаҡ. Бер юлы бер нисә йылға ҡушылған ерҙә торған баш ҡалабыҙ өсөн был бик мөһим, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. – Проектты тормошҡа ашырыу өсөн проект-смета документтарын әҙерләргә кәрәк, был киләсәктә федераль финанслауҙы йәлеп итеү өсөн мөһим. Бөгөн төҙөлгән меморандумға ярашлы, Dars Development проект эшләүҙе финанслауҙы үҙ өҫтөнә ала. Предприятие Өфөнөң Ленин районында "Тәбиғәт ҡалаһы" торлаҡ комплексы төҙөй. Был йәмғиәт мәнфәғәте өсөн бизнес менән дәүләттең хеҙмәттәшлегенең яҡшы өлгөһө – проектлау һәм смета документацияһы ни тиклем тиҙерәк, яҡшыраҡ атҡарылһа, федераль ярҙам һорауға нигеҙ ҙә шул тиклем етди, перспективалыраҡ буласаҡ".

"Тәбиғәт ҡалаһы" — Ағиҙел йылғаһы ярында 266 гектарлыҡ майҙанда экологик яҡтан таҙа тәбиғәт зонаһында төҙөлә башлаған яңы күп форматлы биҫтә.
Dars Development етәксеһе Дмитрий Рябов, "Тәбиғәт ҡалаһы"ның транспорт менән тәьмин ителешен арттырыу потенциаль һатып алыусыларҙы йәлеп итеүгә ыңғай йоғонто яһар, шулай уҡ заманса ҡала инфраструктураһын үҫтереү, граждандарҙың йәшәү сифатын күтәреү өсөн яңы мөмкинлектәр асыр, тип ышана.

"Беҙ республика Хөкүмәтенә ышанысы, ошо үҙ-ара файҙалы проект буйынса партнер булыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Проектлау һәм смета документацияһы тиҙ арала эшләнер тип көтәбеҙ", – ти Дмитрий Рябов.

Мөһим төҙөлөштө 2024 йылда башлау планлаштырыла, ә тамамлау һәм файҙаланыуға тапшырыу 2027 йылға ҡаралған.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас