Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июнь 2022, 15:30

Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

Килешеү сиктәрендә ике яҡ экспорт һәм импорт тураһында мәғлүмәт менән бүлешәсәк, ошо йүнәлештә төрлө саралар ойошторасаҡ.

Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды
Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 18 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Экспортерҙар һәм импортерҙар ассоциацияһы менән БР Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы араһында хеҙмәттәшлек буйынса килешеү төҙөлдө.

Документҡа БР Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева менән Экспортерҙар һәм импортерҙар ассоциацияһы вице-президенты Павел Долгов ҡул ҡуйҙы.

Килешеү сиктәрендә ике яҡ экспорт һәм импорт тураһында мәғлүмәт менән бүлешәсәк, ошо йүнәлештә төрлө саралар ойошторасаҡ.

Хеҙмәттәшлектең маҡсаты – Рәсәй һәм сит ил партнерҙары араһында тышҡы иҡтисади мөхитте яҡшыртыу, республика предприятиелары өсөн потенциаль һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы эҙләү.

Маргарита Болычева билдәләүенсә, Экспортерҙар һәм импортерҙар ассоциацияһы ил экспортерҙарын берләштергән генә түгел, ә бөтә илдәрҙә тиерлек импортерҙар базаһы булған Рәсәйҙең берҙән-бер ойошмаһы.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: