Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июнь 2022, 21:45

Волга буйы федераль округында – икенсе урындабыҙ

Республикабыҙ электрон түләү инфраструктураһы буйынса илдә лидерҙар араһына сыҡты.

Волга буйы федераль  округында – икенсе урындабыҙ
Волга буйы федераль округында – икенсе урындабыҙ

Башҡортостандың төбәктә йәшәүселәрҙең банк хеҙмәттәренән файҙалана алыуын арттырыу өсөн пилот проектында ҡатнашыуы 2020-2021 йылдарҙа йыраҡ муниципалитеттарҙа финанс хеҙмәттәрҙе яҡшыртыу мөмкинлеген бирҙе. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге аҙна һайын үткәрелгән кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса Милли банк идарасыһы Марат Кашапов хәбәр итте. Сараны Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

Шулай итеп, төбәктәге йыраҡ урынлашҡан муниципалитеттарҙа түләү ҡоролмалары - 25, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү урындары 33 процентҡа күбәйгән. Рәсәйҙең Үҙәк банкы лицензияһы буйынса республикала йәшәгәндәргә ҡулаҡса менән түләгән сауҙа һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары 2,5 тапҡырға артҡан.  

"2020 йылдың апрелендә Башҡортостандағы биләмәләрҙә түләү инфраструктураһы барлығы тураһында мәғлүмәттәргә анализ яһаныҡ, артабан республика райондарында банк ҡоролмаларынан файҙалана алыу картаһын булдырҙыҡ. Һәм артабан этап буйынса финанс хеҙмәттәрен, “Мир” картаһын, “Алға” транспорт ҡушымтаһын, “Башҡортостандың социаль картаһы”н ҡушып тормошҡа ашыра башланыҡ, - тип хәбәр итте Марат Кашапов. – Һөҙөмтәлә төбәк электрон түләү инфраструктураһы буйынса илдә лидерҙар араһына сыҡты, Волга буйы федераль округында икенсе урын яуланы".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙең мөмкин тиклем күберәк заманса һәм хәүефһеҙ банк хеҙмәттәренән файҙалана алыуы өсөн был йүнәлештә эште дауам итергә ҡушты.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: