Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июнь 2022, 22:00

Ярҙамға - 4,3 миллиард һум!

Ауыл хужалығы министрлығында инвесторҙарға иң уңайлы шарттар булдырыу буйынса комплекслы эш ойошторолған.

Ярҙамға - 4,3 миллиард һум!
Ярҙамға - 4,3 миллиард һум!

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Был хаҡта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында билдәле булды.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында инвесторҙарға иң уңайлы шарттар булдырыу буйынса комплекслы эш ойошторолған. Уның уңышы күбеһенсә дәүләт ярҙамы сараларының юғары һөҙөмтәлелегенә бәйле. Ағымдағы йылда тармаҡты үҫтереүгә федераль һәм төбәк бюджеттарынан 4,3 миллиард һум самаһы төрлө субсидиялар йүнәлтеләсәк.

Бөгөн Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында 189,9 миллиард һумға яҡынса 115 өҫтөнлөклө инвестиция проекты иҫәпләнә. Шуларҙың 63-ө 117,3 миллиард һумға, инвесторҙар тарафынан тормошҡа ашыра ла инде, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Аҡса ҡошсолоҡҡа, сусҡасылыҡҡа, һөт һәм ит малсылығына, йәшелсә етештереүгә, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүгә һалынған. Шуныһы мөһим: ауыл хужалығы өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса төбәктә 16 мең эш урыны булдырыласаҡ.

– 2018 йылдан беҙҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге инвестиция комитеты ултырыштары бара. Унда бөтә перспективалы проекттар тикшерелә, – тине ул. – Бөтә төбәк Хөкүмәте ҡатнашлығындағы ултырыштар йомғаҡтары буйынса, инвестиция проектына ярҙам саралары тураһында ҡарарҙар ҡабул ителә, был уны тормошҡа ашырыу ваҡытын тиҙләтә. Инвесторҙар туранан-тура республика Башлығына һорауҙар бирә, финанс ярҙамының бөтә мөмкинлектәре тураһында белә ала. Һөҙөмтәлә инвестор үҙенең проектын тулыһынса ғәмәлгә ашырыуҙан алып уны тамамлауға тиклем бергә буласаҡ. Шулай итеп, дәүләт үҙ иңен ҡуя. Шуныһы мөһим: һәр “Инвестиция сәғәте”ндә тиерлек ауыл хужалығы өлкәһендә ниндәй ҙә булһа проект ҡарала. Әлеге ваҡытта уларҙың һаны 150-гә еткән.

Башҡортостанда аграр инвесторҙарҙың әүҙемлеге юғары. Республикала ауыл хужалығы бизнесын алып барыу өсөн уңайлы шарттар һәм уңайлы инвестиция мөхите булдырылған. Быға күп осраҡта Башҡортостанда ауыл хужалығында бизнесты үҫтергән эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы сараларының киң исемлеге эшләүе лә бәйләнгән. Мәҫәлән, биш проценттан артмаған ставка буйынса льготалы кредитлау һәм инвестиция проекты йүнәлешенә бәйле агросәнәғәт комплексы объекттарын төҙөүгә һәм (йәки) модернизациялауға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн 25 процентҡа тиклем ҡаплау. Грант ярҙам программалары ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Шул рәүешле “Ғаилә фермалары” гранты бер крәҫтиән (фермер) хужалығына проект буйынса 30 миллион һумдан артмаған, ләкин сығымдарҙың 60 процентынан артмаған (НДС-ты иҫәпкә алмайынса) күләмдә бирелә. Гранттың был төрөн продукцияны беренсел эшкәртеү буйынса цехтар ойоштороуға йүнәлтергә мөмкин.

Шулай уҡ матди-техник базаны нығытыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү буйынса программалар, “Агростартап” проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына гранттар эшләй, улар ҙа шулай уҡ популярлыҡ менән файҙалана.

Субсидияларҙың ҙур исемлеге ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға, тоҡомло малсылыҡҡа, тупраҡтың уңдырышлылығына ярҙамға, кадрҙар потенциалына, минераль ашламаларға ярҙам итеүгә түләнә.

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы инвесторҙарына дәүләт ярҙамы сараларын алыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән республика Ауыл хужалығы министрлығы сайтында түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://apkrb.info/press-service/news/minselhoz-rb-aktualiziroval-instrukcii-po-gospodderzhke-apk

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56355

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: