Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында белдереүҙәренсә, Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән инвестиция шарттарының милли рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбенә инде.
Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы инвестиция инфраструктураһы, шул иҫәптән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре өсөн яуап бирә. Быйыл Башҡортостандың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрында 19 яңы компания теркәлгән, улар 13,4 миллиард һумдан ашыу күләмдәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырып, 2,5 меңдән күберәк эш урыны булдыра, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
– Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә йәлеп ителгән резиденттар һаны буйынса республика федераль кимәлдә билдәләнгән планды арттырып үтәй. Был Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булыуы тураһында һөйләй. Резиденттар иҡтисадҡа алты миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтте һәм 4,4 меңдән ашыу эш урыны булдырҙы, – тине ул.
Былтыр Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында республикабыҙҙағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә эшләгән 36 резидент теркәлде. Был 2020 йылғы күрһәткестән 1,5 тапҡырға күберәк. Әле бындай биләмәләрҙә бөтәһе 122 резидент предприятие эшләй.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланған һалым түләүселәрҙең айырым категориялары өсөн һалым ставкаларын билдәләү тураһында”ғы закон проекты ҡарала. Ул йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә эшләгән һәм һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын файҙаланған резиденттарға түбән һалым ставкалары рәүешендә льгота алырға мөмкинлек бирәсәк.
Льгота быйыл 1 ғинуарҙан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем ҡулланыла.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56360
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56360