Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Комсомольская правда” медиатөркөмөнөң асыҡ студияһында булды.
“Андрей Геннадьевич, санкция баҫымына бәйле Рәсәй, Ҡытай, ШОС, БРИКС, ЕАЭС менән хеҙмәттәшлекте үҫтереп, Көнбайыштан Көнсығышҡа йүнәлеш ала башланы. Белеүебеҙсә, Башҡортостан да БДБ илдәре менән үҙ-ара әүҙем мөнәсәбәттәр төҙөй, Ҡытайҙа үҙегеҙҙең вәкиллекте асырға ниәтләйһегеҙ. Яңы партнерҙар хаҡында һөйләгеҙ әле”, – тигән һорау бирҙеләр Андрей Назаровҡа.
“Мәғлүм булыуынса, илебеҙ кисә генә түгел, ә 2014 йылда, тәүге көслө санкциялар ғәмәлгә ингәс тә, боролош яһай башлағайны. Шул саҡта уҡ беҙ яңы баҙарҙар, яңы тәьминәтселәр, яңы партнерҙар кәрәклеген аңланыҡ. Тышҡыс сәйәсәтебеҙҙә үҙгәрештәр башланды, һәм ул әле лә уңышлы дауам итә.
Әлбиттә, был осорҙа байтаҡ эш башҡарырға мөмкин булғандыр ҙа, әммә аҙ эшләнмәне. Әле был үҙгәртеп ҡороуҙар яйға һалына. Был бөтә ил өсөн кеүек үк Башҡортостан өсөн дә һынау. Дуҫ илдәр менән мөнәсәбәттәрҙең уңайлы ла, отошло ла, ышаныслы ла булыуын күрәбеҙ, шуға ла улар менән бәйләнеште нығытабыҙ.
Ҡытай – беҙҙең традицион партнер. Күптән түгел Ҡытайҙың Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостан делегацияһы Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Чжан Хань Хуэй менән осрашты. Яҡтар Ҡытайҙа Башҡортостан вәкиле офисын асыу мөмкинлеге буйынса фекер алышты.
Әле Һиндостан, Иран менән хеҙмәттәшлекте башларға ниәтләйбеҙ. Һуңғы ваҡытта “юл картаһы”на ҡул ҡуйылған һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек барлыҡҡа килгән илдәр ҙә бар. Шуларҙың береһе – Ҡаҙағстан. Унда беҙҙең вәкиллегебеҙ бар, “юл картаһы”на ҡул ҡуйылған, ведомство-ара комиссия һәм эш төркөмдәре төҙөлгән, нимәләр эшләнеү-эшләнмәүен даими анализлайбыҙ.
Беларусты беҙҙең өсөн асыш тип билдәләргә мөмкин. Былтыр йыл аҙағында ошо республикаға сәфәр ҡылғанда хеҙмәттәшлек өсөн бер нисә йүнәлеште билдәләгәйнек, әле иһә һөҙөмтәләр бар.
Йәнә Үзбәкстанды әйтергә мөмкин. Уның менән мөнәсәбәттәр күптән түгел генә барлыҡҡа килде, ләкин улар күпте вәғәҙә итә. Бер нисә прект бар, делегациялар менән алмаштыҡ. Ҡайһы бер аҙымдарҙы күҙалланыҡ, улар ҙур иҡтисади хеҙмәттәшлеккә әүерелер, тип ышанабыҙ.
Ҡырғыҙстанды айырып билдәләргә теләйем. Төркиә беҙҙең стратегик партнерҙы тәшкил итә. Республикала ҙур производстволар асҡан Төркиә компаниялары беҙҙә байтаҡ. Быйыл тормошҡа ашырыу планлаштырылған бер нисә проект төҙөлдө. Көҙ унда сәфәр ҡылырға ниәтләйбеҙ, – тине Андрей Назаров.
Әңгәмәлә Премьер-министр коронавирус пандемияһы шарттарында төбәк ярҙамы, импортты алмаштырыу йәһәтенән күрелгән саралар тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ республикала теркәлгән бәләкәй һәм уртаса предприятиелар һанының артыуын телгә алды. Сәнәғәттең үҫешен сағылдырған эшһеҙлек кимәленең Башҡортостанда түбән булыуы тураһында ла һөйләне Андрей Назаров.
Интервьюның тулы тексы менән https://www.kp.ru/daily/70.5/4605119/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.
Фото: kp.ru/daily/70.5/4605119
Сығанаҡ: kp.ru/daily/70.5/4605119/