Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2022, 20:15

2021 йылда - 28,5 миллиард һум

Файҙаланыуға тапшырылған иң эре объекттар - Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер, Өфөнөң Комсомол һәм 8-се март урамдары, Иглин, Бөрйән райондарындағы трассалар.

2021 йылда - 28,5 миллиард һум
2021 йылда - 28,5 миллиард һум

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ Стратегик башланғыстар агентлығының инвестициялар торошо милли рейтингының ТОП-5 иҫәбенә ингән. Был турала Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы барышында билдәле булды.

Инвестиция климаты тәңгәлендә Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы норматив талаптарға яуап бирерлек юлдар өлөшөн күбәйтеү өсөн күп көс һала. Мәҫәлән, 2021 йылда юлдарҙы ремонтлау һәм тотоу өсөн 28,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был суммаға 30 километр трасса төҙөлә, реконструкциялана. Бынан тыш, 1,3 мең километр юл ремонтлана, шул иҫәптән 349 километры - тораҡ пунктарға ингән юлдар.

Файҙаланыуға тапшырылған иң эре объекттар - Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер, Өфөнөң Комсомол һәм 8-се март урамдары, Иглин, Бөрйән райондарындағы трассалар.

“Юл селтәрҙәре үҫеше төбәк иҡтисадын яҡшыртыуға этәргес булып тора. Шуға күрә Башҡортостандың бөтә юлдарында уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу мөһим”, - тип билдәләне транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Автомобиль хәрәкәтенең хәүефһеҙлеген күтәреү маҡсатында 2021 йылда 20 мең юл билдәһе, 394 светофор ҡуйылған, 16,3 мең километр юл билдәһе һыҙылған, 119 километр юл яҡтыртылған.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: