Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2022, 15:45

Башҡортостан кәрәкле тауарҙар менән тәьмин ителгән

Урындағы етештереүселәр баҙарҙа буш ҡалған урындарға килергә әҙерҙәр...

Башҡортостан кәрәкле тауарҙар менән тәьмин ителгән
Башҡортостан кәрәкле тауарҙар менән тәьмин ителгән

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виктория Абрамченко интервьюһына таянып, ошондай фекерен белдерҙе БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

-Ҡайһы бер компаниялар Рәсәй баҙарынан китеүҙәре тураһына белдерҙе. Улар ҙур сәйәси баҫым аҫтында. Рәсәйҙә ҡалыу өсөн мөмкинлек табып була. Шул уҡ ваҡытта илдә аҙыҡ-түлек баҙарында проблемалар күҙәтелмәй. 2014 йылдан алып беҙ санкциялар шарттарында йәшәргә өйрәндек.

 “Беҙ ул ваҡытта уҡ аҙыҡ-түлек буйынса дуҫ булмаған илдәрҙең мөнәсәбәтенә ҡарата яуап ҡарары индергәйнек. Бөгөн дә шул уҡ илдәр”, - тине Виктория Абрамченко.

Урындағы етештереүселәр баҙарҙа буш ҡалған урындарға килергә әҙерҙәр. Улар сауҙа селтәрҙәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәләр, яңы мөмкинселектәр эҙләй. Ритейлерҙар логистиканы яҡшы белә, тиҙ арала ҡулланыусылар һорауы буйынса яраҡлашырға һәм талап ителгән тауар менән тәьмин итергә һәләтлеләр.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виктория Абрамченко белдереүенсә, Рәсәй Украина бойҙайын ситкә сығарырға ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Уны тимер юлы һәм автомобиль транспорты менән сығарырға була. Санкциялар, логистика һәм түләүҙәр менән проблемалар ғына донъя баҙары өсөн  ҡурҡыныс тыуҙыра.

 БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, иҡтисади фәндәр докторы Рөстәм Ахунов билдәләүенсә, Рәсәй ауыл хужалығы һәм агросәнәғәт комплексының конкурентлыҡҡа һәләте үҫә. Рәсәй донъя баҙарында төп уйынсыға әйләнә.

Фото:pravitelstvorb.ru

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: