Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2022, 14:45

Башҡортостан стенды иң сағыуҙарҙың береһе ине

Билдәле шәхесәр республикабыҙ стенды тураһында ниндәй фекерҙә?

Башҡортостан стенды иң сағыуҙарҙың береһе ине
Башҡортостан стенды иң сағыуҙарҙың береһе ине

Мәғлүм булыуынса, күптән түгел төньяҡ баш ҡалала XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы эшен тамамланы. Унда Рәсәй һәм сит ил бизнесмендары, дәүләт эшмәкәрҙәре, эксперттар ҡатнашты.

“ЭкспоФорум-Интернэшнл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Воронков әйтеүенсә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында күрһәтелгән һәр майҙансыҡ үҙенсә ҡыҙыҡлы булды.

“Минеңсә, Башҡортостан стенды үҙенсәлекле һанлы тирмәһе һәм ғәҙәти булмаған һөйләшеүҙәр бүлмәһе иҫәбенә иң яҡшыларҙың береһе ине”, – тине Сергей Воронков.

Республикабыҙ стенды Рәсәй төбәктәре араһында ҙурлығы буйынса өсөнсө урынды биләне. Быйыл уның майҙаны 600 квадрат метр самаһы тәшкил итте. Һөҙөмтәлә Башҡортостан үҙенең иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәтен киңерәк күрһәтә алды.

Дәүләт Думаһы депутаты, КПРФ фракцияһы етәксеһе Геннадий Зюганов та беҙҙең төбәктең үҙенсәлеген айырым телгә алды. “Һеҙҙең павильон бик шәп йыһазландырылған, яңылыҡтар һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр күп. Илгә хеҙмәтсәндәргә заманса производстволарҙы, фәнде һәм мәғарифты үҫтерергә ярҙам итерлек аҡыллы һәм инициативалы кешеләр кәрәк”, – тине ул форумда республика экспозицияһы менән танышҡанда.

“Башҡортостан стенды Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарҙың береһе булды. Тәү сиратта, К3211 А11ВС вертолеты макеты билдәләргә кәрәк. Бынан тыш, традицияларҙы һәм заманды көйлө берләштереү символы булараҡ иҫтә ҡалған тирмәне телгә алыу шарт. Эскә ингәс, үҙеңде бөтөнләй башҡа үлсәмдә хис итәһең. Стендты эшләгән белгестәрҙең оҫталығы иң юғары баһаға лайыҡ”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты “Рәсәй” телеканалының сәйәси күҙәтеүсеһе Алексей Петров.

Рәсәйгә, БДБ һәм Балтия илдәренә тапшырыуҙар дирекцияһы шеф-мөхәррире Константин Придыбайло әйтеүенсә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан стенды иң иҫтә ҡалырлыҡ стендтарҙың береһе булды. “Һанлы киңлек рухындағы тирмә – бик шәп күренеш! Бындай технологиялар тамамланған форумдың тренды булды. Мультимедиалы майҙансыҡтар күп ине, һәм Башҡортостан тирмәһе иң сағыуҙарҙың береһе булды. Иң популяр “Газпром нефть” дисплейынан айырмалы рәүештә, тирмәлә һин барыһын ғына тыштан күҙәтеп тормайһың, ә һанлы киңлеккә башкөллө сумаһың. Вертолет кабинаһы ла – бик ҡыҙыҡлы асыш”, – тине ул.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: