Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Рәсәй экспорт үҙәге генераль директоры Вероника Никишина Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумда төбәк экспорты үҫешенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр, шулай уҡ “Башҡортостанда эшләнгән” төбәк һәм “Рәсәйҙә эшләнгән” дөйөм милли брендтар тураһында һөйләште.
Һөйләшеү барышында Башҡортостан Премьер-министры республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр йәһәтенән әүҙемерәк төбәктәр араһында булыуы хаҡында белдерҙе. Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында 100-ҙән ашыу ил бар. “Башҡортостанда эшләнгән” брендының булыуы һатып алыусыларға төбәктәге аҙыҡ-түлектең сифаты һәм күп төрлөлөгө хаҡында һүҙ йөрөтөү мөмкинлеген бирә.
- Республикалағы алты меңдән ашыу компанияға экспорт аудитын үткәрҙек һәм экспорт ҡеүәтенә эйә 5473 предприятиенан торған исемлекте әҙерләнек. Улар өсөн уҡыуҙар үткәрәбеҙ һәм сит ил баҙарҙарына сығыу буйынса эш алып барабыҙ. 2024 йылға тиклем “Башҡортостанда эшләнгән” бренды аҫтында ошо исемлектән экспортҡа 10 проценттан ашыу предприятиены сығармаҡсыбыҙ, - тине Андрей Назаров.
- Башҡортостан Рәсәй экспорт үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Беҙ “Башҡортостанда эшләнгән” брендын булдырҙыҡ һәм 2020 йылда уны популярлаштыра башланыҡ. Был ваҡыт эсендә ул етештереүселәр араһында ҙур билдәлелек яуланы, - тип белдерҙе республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Фото: pravitelstvorb.ru