Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2022, 19:30

Эшҡыуарлыҡҡа тотонһаң, отолмаһың!

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы үҫешенә 2022 йылда 4,3 миллиард һум дәүләт ярҙамы йүнәлтелә.

Эшҡыуарлыҡҡа тотонһаң, отолмаһың!
Эшҡыуарлыҡҡа тотонһаң, отолмаһың!

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция мөхите торошо милли рейтингында Башҡортостан тәүге бишәү рәтенә инде. Был турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында билдәле булды.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында инвесторҙарға иң уңайлы шарттар булдырыу буйынса комплекслы саралар ойошторолған. Был эштең уңышы күп осраҡта дәүләт ярҙамы сараларының юғары һөҙөмтәлелегенә бәйле. Быйыл тармаҡ үҫеше өсөн федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан яҡынса 4,3 миллиард һум төрлө субсидиялар йүнәлтеләсәк.

Бөгөн Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында 189,9 миллиард һумлыҡ 115 өҫтөнлөклө инвестиция проекты иҫәпләнә, уларҙың 63-өн (117,3 миллиард һумлыҡ) инвесторҙар тормошҡа ашыра башлаған, ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Аҡса ҡошсолоҡҡа, сусҡасылыҡҡа, һөт һәм ит йүнәлешендәге малсылыҡҡа, йәшелсә етештереүгә, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүгә һалынған. Шуныһы мөһим - ауыл хужалығы өлкәһендә инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса төбәктә 16 мең эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

"2018 йылдан беҙҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә инвестиция комитеты ултырыштары, йәғни “Инвестиция сәғәте” даими уҙғарыла. Уларҙа барлыҡ перспективалы проекттар ҡарала, - тине Илшат Фәзрахманов. – Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса инвестпроектҡа ярҙам саралары тураһында ҡарарҙар ҡабул ителә. Был иһә уны тормошҡа ашырыу ваҡытын күпкә тиҙләтә. Инвесторҙар туранан-тура үҙҙәренең һорауҙарын республика Башлығына бирә ала. Һөҙөмтәлә инвестор үҙ проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып аҙаҡҡаса ҡатнаша. Ошо рәүешле дәүләт ярҙам сараһы күрһәтелә. Һәр “Инвестсәғәт”тә ауыл хужалығы тармағынан бер проект тикшерелә. Әле 150 тирәһе ҡаралды ла".

Башҡортостанда аграрий-инвесторҙарҙың әүҙемлеге юғары. Республикала ауыл хужалығы бизнесын алып барыу өсөн уңайлы инвестиция мөхите һәм шарттар булдырылған. Алдан билдәләнеүенсә, был күп осраҡта Башҡортостанда ауыл хужалығында бизнес менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы саралары күп булыуы менән бәйле.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: