Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2022, 17:45

Үҫешкә юл

Мәртәбәле форум төп йүнәлештәрҙе билдәләне.

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Етештереүҙе үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ирек биреү, яңы инвестициялар йәлеп итеү… Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта ил иҡтисадының яҡын киләсәккә үҫеш йүнәлештәре билдәләнде. Унда ХХV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы булды. Башҡортостан делегацияһы мәртәбәле сарала әүҙем ҡатнашты. Мөһим сара барышында республика стендын һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡараны. Төбәк власы 65 миллиард һумдан ашыу күләмдә 30-ҙан ашыу килешеү төҙөнө. Республикабыҙ байтаҡ күрһәткестәр буйынса илдә тәүге биш төбәк иҫәбендәге урынын һаҡлап ҡалды.

Форум майҙансығында бер-бер артлы мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. “ДОМ.РФ” үҫеш институты менән килешеү шуларҙың иң әһәмиәтлеләренең береһе булды. Компания республикала һуғыш ветерандарының яңы республика госпитале, математика лицей-интернаты, Өфөнөң Ағиҙел аръяғындағы биҫтәһендә инженерлыҡ селтәрҙәре төҙөлөшөн финанслай. Шул уҡ ваҡытта был ҙур эштең башы ғына. “ДОМ.РФ” Башҡортостанда торлаҡ төҙөү өсөн социаль һәм инженерлыҡ инфраструктураһын үҫтереүгә артабан да инвестиция йүнәлтергә әҙер.

“Беҙ хеҙмәттәшлектең яңы кимәленә күсергә ҡарар иттек. “ДОМ.РФ”, беҙ әлегә тиклем файҙаланғанға ҡарағанда, киңерәк эшмәкәрлек даирәһенә эйә. Форумда уның менән 21,5 миллиард һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин менән Өфө агло­мерацияһын үҫтереү проекттарын тикшерҙе. Атап әйткәндә, Ағиҙел аръяғын үҙәк менән тоташтырған ике күпер һалыу мәсьәләһе тикшерелде. Эште Dars Development  компанияһы финанслай. Төҙөлөш 2024 йылда башлана.

Иң мөһимдәр иҫәбенә шулай уҡ “Роснефть” менән килешеү инә. Ул 2017 йылда төҙөлгән килешеүҙе дауам итә. Элекке килешеү буйынса республиканың барлыҡ район, ҡалаларында 220-нән ашыу мөһим проект тормошҡа ашырылған. ВТБ банкы етәксеһе менән осрашыуҙа Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын һалыу темаһы буйынса фекер алыштылар.

Хәҙер сәнәғәттең барлыҡ өлкәләре өсөн көнүҙәк мәсьәлә – импортты алмаштырыу. Бындай проекттар өҫтөнлөклөләр иҫәбенә инә. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм “Пегас-Агро” Рәсәй техникаһына, атап әйткәндә, үҙйөрөшлө “Томан” һиптергестәренә ташламалар тураһында һөйләшеп килеште. “Башҡортостан – беҙҙең төп партнерҙарыбыҙҙың береһе. Ике йылда беҙ республикаға 150-гә яҡын машина тапшырҙыҡ”, – тине “Пегас-Агро”ның генераль директоры Светлана Линник.

Бынан тыш, Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары өсөн комплектлау өлөштәре етештереү майҙансығы булараҡ ҡарала. Киләһе йыл Башҡортостан менән Белоруссия хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә етештерелгән тәүге ауыл хужалығы ҡорамалдары сафҡа инергә тейеш. Республикабыҙҙағы “Өфө” индустриаль паркында иген эшкәртеү ҡорамалы сығара башлайҙар. Һөҙөмтәлә индустриаль паркта 200 эш урыны булдырыу күҙаллана.

Башҡортостанды танытырлыҡ йәнә бер күләмле проект – ул Евразия ғилми-белем биреү үҙәге. Санкт-Петербургтағы форумда Өфөләге фән ҡаласығының студенттар кампусы проекты менән таныштырҙылар. Уны ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров хупланы, Хөкүмәт вице-премьеры Дмитрий Чернышенко юғары баһа бирҙе.

Мәртәбәле форум майҙансы­ғында Радий Хәбиров Бахрейн Ко­роллегенең Рәсәйҙәге Илсеһе Әхмәт Абдулрахман Әл-Саати ме­нән осрашты. Дипломатик миссия етәксеһе сауҙа-иҡтисади һәм туризм өлкәһендәге яңы проекттарҙы билдәләне. “Бахрейнда беҙ тиҙҙән банк хеҙмәттәренә Рәсәйҙең “Мир” түләү системаһын индерәбеҙ. Был һеҙҙең туристарға беҙҙә рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеген бирәсәк”, – тине ул. Башҡортостан Башлығы Бахрейн менән иҡтисади, мәҙәни һәм туристик хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

Радий Хәбиров шулай уҡ Ҡа­ҙағстан Президенты Ҡасим Жомарт Токаев менән осрашыу үткәрҙе. Ҡасим Жомарт Токаев әйтеүенсә, Ҡаҙағстандың Рәсәй менән стратегик партнерлығында Башҡортос­тан айырым урын биләй. Дәүләт башлығы Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһындағы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең эҙмә-эҙлекле үҫеүен билдәләне.

“Беҙ Ҡаҙағстан менән Башҡорт­ос­тан араһында эшлекле хеҙмәт­тәш­лек өсөн аныҡ проекттар төҙөү һәм үҫтереү яҡлыбыҙ. Шуға күрә һеҙҙең компанияларығыҙҙың етәк­се­ләрен Ҡаҙағстанға саҡырам. Беҙ шарттар булдырырбыҙ. Һеҙҙең яҡ­тан индустриаль ҡеүәтте иҫәпкә алып, ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим ителһә, һәйбәт эшләрбеҙ, тип уйла­йым”, – тине Ҡаҙағстан Президенты.

Үҙ сиратында Радий Хәбиров ошо ил менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең стратегик мөһимлеген билдәләне.

“Башҡортостан Ҡаҙағстан бизнесы менән эште дауам итергә ныҡ­лы ниәтләй. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Был ваҡыт эсендә беҙ ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Ҡа­ҙағс­танға сәфәр барышында бер нисә килешеү төҙөлгәйне. Уларҙың барыһы ла үтәлде. Тәү сиратта үҙ-ара мөнәсәбәттәр инфра­струк­тураһын төҙөнөк. Тауар әйләнеше йылдан-йыл арта. Әле ул яҡынса 430 миллион доллар тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта 2008 һәм 2009 йыл­дарҙы ла яҡшы хәтерләйбеҙ. Ул осорҙа тауар әйләнеше 800 миллион доллар кимәлендә бул­ғайны. Ошондай мөмкинлек бар, һәм беҙ файҙаланырға тейешбеҙ, тигән фекерҙәмен”, – тине Радий Хәбиров.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Ул иҡтисадтағы хәл һәм бизнесҡа булышлыҡ итеү ту­раһында һөйләне. Дәүләт башлығы санкция шарттарында ил үҫе­шендәге өҫтөнлөклө бурыстарҙы телгә алды. Улар иҫәбендә – фәнгә булышлыҡ итеү, экология һәм “йәшел” технологияларҙы ғәмәлгә индереү, инфраструктураны йылдам үҫтереү, аҙыҡ-түлек хәүеф­һеҙлеген тәьмин итеү, фәҡирлекте кәметеү, сит дәүләттәр менән парт­нерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу. Владимир Путин шулай уҡ Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән ил төбәктәрендә инвестиция шарттарының милли рейтингы мәғлүмәттәре буйынса алға китешкә өлгәшкән субъекттарҙы әйтеп үтте һәм рейтинг лидерҙарын ҡотланы. Алдынғылар рәтендә Башҡортостан да бар. Ул 2021 йыл йомғаҡтары буйынса бишенсе урын яуланы.

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров республика деле­гацияһының Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы эшенә яҡынса йомғаҡ яһаны. Башҡорт­остандың инвестиция шартта­рының милли рейтингында икенсе йыл рәттән бишенсе урын яулауына ҡағылған һорауға төбәк етәксеһе: “Эшебеҙгә баһаны халыҡ бирергә тейеш. Ресурстар һәм инвесторҙар өсөн ярайһы уҡ ҡаты алыш барған осорҙа позицияны һаҡлап ҡалыу – мөһим һөҙөмтә. Мин ҡәнәғәтмен, – тип яуапланы. – Рейтинг беҙгә дөрөҫ юлда булыу-булмауыбыҙҙы аңларға ярҙам итә. Инвестиция килә икән, тимәк, республика бюджетына килем индерелә. Уңайҙан файҙаланып, инвесторҙарға беҙгә ышанып, республикаға эшләргә килгән өсөн рәхмәт белдерәм”.


ИҒТИБАР!

Рәсәй Президенты Владимир Путин:

“Алда барыуын дауам иткән Мәскәү ҡалаһына һәм Татарстан Республикаһына быйыл Мәскәү өлкәһе лә өҫтәлде. Бер йыл эсендә ул һигеҙенсе урындан өсөнсөгә күтәрелгән. Рейтинг лидерҙарына шулай уҡ Тула, Түбәнге Новгород, Төмән, Новгород, Сахалин өлкәләре, Санкт-Петербург һәм Башҡортостан Республикаһы инә”.


Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: