Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы ил субъекттарынан “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсына 20 авгусҡа тиклем ғаризалар ҡабул итә.
“Конкурста муниципаль һәм ҡала округтары араһында еңгәндәр 9 - 45 миллион һум, ә ауыл биләмәләре 2,7 - 18 миллион һум аҡсалата премия аласаҡ. 2017 йылдан алып, биш йыл эсендә, ярышта 3 730 муниципалитет ҡатнашты, уларҙың 146 призлы урындар яуланы. Быйыл да ике категорияла – ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре буйынса, ҡатнашыусылар биш номинацияла көс һынашҡандан һуң 50 еңеүсе билдәле буласаҡ”, - тип белдерҙе Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Вахруков.
Конкурс Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан Муниципаль берәмектәрҙең Дөйөм Рәсәй конгресы һәм Урындағы үҙидаралыҡтың Бөтә Рәсәй советы менән берлектә үткәрелә. Уның маҡсаты – муниципаль идаралыҡты ойоштороуҙа яҡшы өлгөләрҙе, күрһәткестәрҙе асыҡлау, хуплау һәм таратыу.
Фото: apkrb.info