Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2022, 22:20

Радий Хәбиров - Дәүләт Советы президиумы ултырышында

Төҙөлөш тармағын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙы үҫтереү стратегияһы нисек тормошҡа ашырыла?

Радий Хәбиров - Дәүләт Советы президиумы ултырышында
Радий Хәбиров - Дәүләт Советы президиумы ултырышында

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция рәүешендә үткәргән ултырышта 2035 йылғаса осорҙо күҙаллаған, 2030 йылға тиклем Төҙөлөш тармағын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙы үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты эшен 2030 йылға тиклем дауам итергә кәрәк, – тип билдәләне Владимир Путин.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙы яңыса ҡороу мәсьәләһен хәл итеү зарур, сөнки тармаҡтағы селтәрҙәрҙең туҙыу миҡдары – 40 процент.

Башҡортостанда 2022 йылдың ғинуар - май айҙарында 1,2 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырылған, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 113,9 процент тәшкил итә. Быйыл республикала 1 майға тиклем 44,3 миллиард һумға 17,1 мең ипотека кредиты бирелгән. Улар буйынса уртаса процент ставкаһы – 8,41 процент.

2022 йылда Башҡортостанда 766 күп фатирлы йорт ремонтланасаҡ. Әлеге мәлдә 18 мең күп фатирлы йортто, дүрт мең километр йылытыу селтәрен, 517 үҙәк йылытыу пунктын һ.б. объекттарҙы 2022/23 йылытыу миҙгеленә әҙерләү дауам итә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: