Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте ултырышы үткәрҙе. Унда 2022 йылға төбәктең урман сәнәғәте комплексы өсөн ҡорамалдар һәм техника һатып алыуға субсидия биреү тәртибе раҫланды.
“Урман Башҡортостан биләмәһенең 44 процентын биләй. Әммә беҙҙә ағас эшкәртеүсе заманса предприятиелар аҙ. Шуға ла үҙебеҙҙең әле эшләп килгән ағас эшкәртеүселәребеҙҙе үҫтереү һәм төбәккә яңы эре инвесторҙар йәлеп итеү мөһим. Бөгөн беҙ урман сәнәғәте комплексында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты дәртләндереүгә йүнәлтелгән проектты тикшерәбеҙ. Техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға тотонолған сығымды өлөшләтә субсидиялау республикала 2018 йылдан алып килә”, – тине Андрей Назаров.
Проект хаҡында Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев ентекле һөйләне. Урман сәнәғәте комплекстары ойошмаларын субсидиялауға ғаризаларҙы октябрҙән ҡабул итергә йыйыналар.
Тәҡдим ителгән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары проектын Премьер-министр хупланы һәм уны тормошҡа ашыра башларға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.