Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2022, 21:15

Аҡса менән иҫәпләшкәндә был хаҡта онотмағыҙ

Башҡортостанда электрон чектар һаны 22 процентҡа еткән.

Аҡса менән иҫәпләшкәндә был хаҡта онотмағыҙ
Аҡса менән иҫәпләшкәндә был хаҡта онотмағыҙ

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, күп һатып алыусылар касса чектарын электрон төрҙә алыуҙы хуп күрә. “Ысынлап та, ҡулаҡсаһыҙ иҫәп түләү картаһы йәки мобиль телефон аша атҡарылһа, ҡағыҙ чек артыҡ кеүек тойола, - тип белдергәндәр ведомствола. – Былтыр йыл аҙағынан төбәктә 145 миллион тирәһе электрон чек һатып алыусыларға электрон төрҙә ебәрелде”.

Март аҙағында чек таҫмаһының “юғалыуы” күп кенә эшҡыуарҙарҙы чекты электрон төрҙә бирергә этәргән.

Әйткәндәй, быйыл биш ай эсендә “Минең онлайн чектарым” мобиль ҡушымтаһынан файҙаланыусылар һаны яҡынса ике тапҡырға артҡан. Һатып алыусылар билдәләүенсә, был уңайлы, сөнки чектар юғалмай, бер урында ята. Бынан тыш, ретейлерҙар электрон чектарға күскән өсөн төрлө бонустар тәҡдим итә. Өҫтәүенә, һатыусылар ҡиммәтле чек ҡағыҙына аҡсаны экономиялай ала.

Шуны иҫтә тоторға кәрәк, электрон чек һатып алыусы телефон номерын әйткәндә һәм электрон чекты алырға ризалыҡ биргәндә генә бирелә. Шул уҡ ваҡытта клиенттың аҡса менән иҫәпләшкән ваҡытта ҡағыҙ чекка хоҡуғы барлығы тураһында онотмағыҙ.

Фото: rskrf.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: