Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2022, 18:30

Һабантуйҙа - үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек

"Төбәк етештереүселәренең сифатлы тауарҙары республикала үткәрелгән төрлө байрамдарға йәм бирә".

Һабантуйҙа - үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек
Һабантуйҙа - үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек

Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанты “21-се икмәк заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Саҡмағош районында үткәрелгән һабантуйҙа ҡатнашты.

"Төбәк етештереүселәренең сифатлы тауарҙары республикала үткәрелгән төрлө байрамдарға йәм бирә", - тип белдерҙе республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

“21-се икмәк заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте икмәк-булка, кондитер изделиелары һәм кеүәҫ етештерә. Предприятие продукцияһы аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр тармағында үткәрелгән абруйлы конкурстарҙа төрлө наградалар яулаған. Саҡмағоштағы һабантуй өсөн предприятие, йола буйынса, байрамда ҡатнашыусыларҙың күңелендә ҡалырлыҡ тауарҙар, шул иҫәптән яңыларын әҙерләгән.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: