Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2022, 13:45

Биойод менән байытылған йогурт һатыуҙа!

"Уны республиканың күп кенә райондарында  йодҡа ҡытлыҡ күҙәтелеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән хәүефте кәметеү һәм иҫкәртеү өсөн етештерергә булдыҡ"...

Биойод менән байытылған йогурт һатыуҙа!
Биойод менән байытылған йогурт һатыуҙа!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә балалар өсөн биойод менән байытылған яңы йогурттың  һатыуға сығарылыуын һөйөнөп хәбәр итә.

“Биойод менән байытылған йогурт һатыуға сығарылды. Был беҙҙең “Һөт кухняһы” аҙығы  һәм уны бөтә теләгән кешенең учреждениеның  ҡырҡлап таратыу пунктында һатып алыу мөмкинлеге бар. Был ғәҙәти булмаған йогуртты Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа һәм Үрге Ҡыйғыла  етештерәләр.

 Уны республиканың күп кенә райондарында  йодҡа ҡытлыҡ күҙәтелеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән хәүефте кәметеү һәм иҫкәртеү өсөн етештерергә булдылар. Йогурттың 100 грамына 50 микрограмм йод тура килә, был бала тәүлегенә алырға тейешле миҡдарҙың 30 процентын тәшкил итә. Йогуртта йодтың еҫе лә, тәме лә һиҙелмәй, шуға күрә балалар уны рәхәтләнеп ашай.

Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ғәҙәти йогуртты  биойод менән байытылғанына алыштыра башланыҡ. Беҙ быны “Роспотребнадзор” тәҡдимдәренә ярашлы башҡарабыҙ.

Бының менән генә “Һөт кухняһы” үҫешендәге яңылыҡтарҙың тамамланмаясағына ышанам, беҙ Башҡортостан балаларын тәмле һәм файҙалы аҙыҡтар менән тәьмин итеү өҫтөндә эшләүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

 Бөтәгеҙгә сәләмәтлек теләйем!

“Һөт кухняһы”ның таратыу пункттары исемлеге  ошонда: https://milkrb.ru/where-buy

Фото: VK.com

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: