Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2022, 08:30

Был тармаҡтың да нескәлектәре күп

Республиканың Финанс министрлығы һалым мәҙәниәте кимәлен һәм һалым белемен күтәреү өсөн республикала һалым һалыу өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләрҙе таратыуға булышлыҡ итә.

Был тармаҡтың да нескәлектәре күп
Был тармаҡтың да нескәлектәре күп

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Стратегик башланғыстар агентлығының Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Был Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында билдәле булды.

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Финанс министрлығы һалым мәҙәниәте кимәлен һәм һалым белемен күтәреү өсөн республикала һалым һалыу өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләрҙе таратыуға булышлыҡ итә.

Мәҫәлән, йыл һайын төбәктә республиканың яуаплы һалым түләүселәрен Һалым асыҡлығы стандарттарына ҡушылыу буйынса саралар уҙғарыла. 2020 йылда – 22 ойошма, 2021 йылда – 46 ойошма.

– Стандартҡа ҡушылыу һәм үҙ эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе асыу ойошмаларҙың һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың үҙ һалым йөкләмәләрен намыҫлы үтәүен раҫлай һәм ирекле характерҙа, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Иғтисамова.

2019 йылдан уҙғарылған “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Стандартҡа ҡушылған өсөн “Йыл һалым түләүсеһе” конкурсында ҡатнашҡан шәхси эшҡыуарҙарға өҫтәмә балдар бирелә, был уларҙың конкурста еңеү яулау мөмкинлектәрен арттыра.

2020 йылда конкурста 68 ойошма һәм шәхси эшҡыуар ҡатнашҡан, уларҙың 26-һы еңеүсе тип танылған; ә 2021 йылда 84 ойошма һәм шәхси эшҡыуар конкурсант булды, 55-е еңеүсе тип танылды.

Конкурста ҙур ойошмалар, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.

Конкурс һалым түләүсе эшмәкәрлегенең төп төрө буйынса ун номинация буйынса үткәрелә: ауыл, урман хужалығы, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ; файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу; эшкәртеүсе производстволар; электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү; төҙөлөш; сауҙа; ташыу һәм һаҡлау; һөнәри, фәнни һәм техник эшмәкәрлек; башҡа төр хеҙмәт күрһәтеү; эшмәкәрлек төрҙәре буйынса.

Рәсәйҙә төбәк кимәлендә бындай конкурс ике субъектта - Свердловск өлкәһендә һәм Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһында ғына бар.

– Иң мөһиме, бөтә конкурсанттар ҙа түләнгән һалым суммаһы буйынса ғына баһаланмай, беҙҙең өсөн тупланма бюджетҡа түләнгән һалымды арттырыуҙы, республикабыҙ граждандарының мәшғүллеген, предприятиеларында эш хаҡы фонды үҫешен тәьмин иткән һалым түләүселәрҙе дәртләндереү мөһим. Бынан тыш, беҙ һалым дисциплинаһының юғары кимәле, бизнесты асыҡ алып барыу менән айырылып торған инвестиция йәһәтенән әүҙем предприятиеларҙы ла дәртләндерәбеҙ, – тине Лира Иғтисамова.

2021 йылда республикала һалым түләүселәргә ярҙам итеү маҡсатында һалым ташламалары киңәйтелде.

Ойошмалар табышына һалым буйынса инвестиция һалым ҡайтармаһы күләме 50 проценттан 90 процентҡа тиклем арттырылды, шулай уҡ сикке дәүмәлде билдәләү өсөн һалым ставкаһы күләме 12,5 проценттан 10 процентҡа тиклем кәметелде.

Һаулыҡ һаҡлауға ярҙам итеү маҡсатында бюджет, ҡаҙна һәм автономиялы учреждениелар, шулай уҡ “акушерлыҡ һәм гинекология” йүнәлеше буйынса юғары технологик медицина ярҙамы күрһәткән ойошмалар өсөн мөлкәткә һалым һалыуҙың льготалы шарттары индерелде.

Төп капиталға инвестициялар үҫешен дәртләндереү һәм ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыуға лицензия хужалары булған һәм һәр һалым осоронда төп капиталға 10 миллиард һумдан кәм булмаған аҡса һалыу күләмен тәьмин иткән инвесторҙар өсөн төп етештереү фондтарын модернизациялау өсөн һалым түләүҙән азат итеү билдәләнде.

Экологияны һаҡлау һәм яҡшыртыу маҡсатында газ-моторлы транспорт саралары хужалары ойошмалары өсөн транспорт һалымы буйынса тейешле һалым ставкаларының 50 проценты күләмендә һалым ташламалары билдәләнгән.

Һалым һалыуҙың патент системаһын ҡулланыуға бәйле алынған һалым буйынса, иҫәпкә алынған килемгә берҙәм һалым түләүҙән “төйөнһөҙ” күсеүҙе тәьмин итеү өсөн:

- патент системаһын ҡулланыу ихтималлығы булған эшмәкәрлек төрҙәре исемлеге 67-нән 85 тиклем киңәйтелде (80 төр Рәсәй Федерацияһы тарафынан билдәләнгән, 5 төрө республикала тулыландырылған);

- Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең 36 төрө буйынса шәхси эшҡыуарҙың 2013 йылдан алып ғәмәлдә булған йыллыҡ килем алыу ихтималлығы булған күләмдәре һаҡланған, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең 29 төрө буйынса - минималь эш хаҡы күләменән сығып аныҡланған;

- республика территорияһын муниципаль берәмектәр төркөмдәре буйынса дифференциациялау коэффициенттары аныҡланды, коэффициенттар алып ташланды һәм патенттың туранан-тура хеҙмәткәрҙәр һанына бәйлелеге билдәләнде.

Бизнесҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында һәм Башҡортостан Республикаһының тышҡы санкциялар баҫымы шарттарында тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса тәү сираттағы эш планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2022 йылда һалым льготалары һәм өҫтөнлөктәре ҡаралған, улар араһында:

- сәнәғәт-производство тибындағы махсус иҡтисади зоналарҙың резиденттары өсөн табышҡа һалым буйынса һалым льготаларын ҡулланыу ваҡытын арттырыу;

- ябыҡ пай инвестиция фондтары менән идара итеү эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыусы ойошмалар милкенә һалым түләүҙән азат итеү;

- ауыл ерендә ҡулланыусылар кооперацияһы предприятиеларына ойошмалар милкенә һалымдың иҫәпләнгән суммаһынан 75 процент күләмендә льготалар биреү;

- ҡуртым түләүе хаҡын һәм хеҙмәткәрҙәр һанын (90 проценттан кәм булмаған) алдағы һалым осорона һаҡлап ҡалған сауҙа үҙәктәре (комплекстары) ойошмалары мөлкәтенә һалым түләүҙән азат итеү;

- һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланыу менән бәйле алынған һалым буйынса түбән һалым ставкаларын йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн билдәләү;

- шәхси эшҡыуарҙың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың айырым категориялары өсөн эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең айырым төрҙәре буйынса һалым һалыуҙың патент системаһы буйынса йыллыҡ килем алыуы ихтимал булған дәүмәлдәрҙе кәметеү.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56359

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: