Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Июнь 2022, 19:30

Үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөһим

"Республика менән ДОМ.РФ араһындағы хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәрен эҙләргә кәрәк".

Үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөһим
Үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөһим

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ДОМ.РФ торлаҡ өлкәһендәге үҫеш финанс институты вәкилдәре менән Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләште. Эшмәкәрлектең һөҙөмтәле механизмдары “Самоцветы” торлаҡ комплексы майҙансығында төбәк Төҙөүселәр ассоциацияһы кәңәшмәһендә ҡаралды.

Андрей Назаров “Банк.ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәте вице-президенты Антон Медведевҡа төбәк төҙөүселәренә финанс институтының финанслау мөмкинлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ республика менән ДОМ.РФ араһындағы хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәрен эҙләү һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлектең мөһим икәнлеген белдерҙе.

- Петербург иҡтисади форумында ДОМ.РФ дәүләт компанияһы менән дөйөм суммаһы 21,5 миллиард һумлыҡ инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүҙәр төҙөнөк. Инфраструктура облигацияларын файҙаланып, проекттарҙы бергәләп тормошҡа ашырыу тураһында һөйләштек – һүҙ ветерандар госпитален, Өфөлә математика лицей-интернатын төҙөү һәм Ағиҙел аръяғында һыу сығарыу тураһында бара, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостан ДОМ.РФ булышлығында алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итә. Бөгөн Башҡортостандың Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фондына “Миловка паркы” торлаҡ комплексының проблемалы йорттары төҙөлөшөн тамамлау өсөн майҙаны 17,7 гектар булған 12 ер участкаһын биреү тураһында бара.

Башҡортостанда ДОМ.РФ торлаҡты ҡуртымға алыу программаһын да тормошҡа ашырмаҡсы.

“Банк.ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәте вице-президенты Антон Медведев былтыр Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы сафҡа индереү күләме 1125 мең квадрат метр тәшкил итеүе хаҡында әйтте.

Был, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 18 процентҡа күберәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: