Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы Президиумы ултырышында ҡатнашты. Видеобәйләнеш аша Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин ойошторған кәңәшмәлә илдең төҙөлөш комплексын үҫтереү, шул иҫәптән инфраструктура бәйләнештәре механизмы тураһында һүҙ барҙы.
"Тармаҡ, ғөмүмән, яҡшы темп менән үҫешә. Биш ай эсендә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса юғары һөҙөмтәгә еттек - 44,5 миллион квадрат метр тәшкил итте. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 54 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта алдағы йылдарҙа сифатлы торлаҡ төҙөлөшөн арттырыу өсөн беҙҙең алда инфраструктураны үҫтереү буйынса мөһим бурыс тора", — тине Марат Хөснуллин.
Радий Хәбиров ултырышта инфраструктураны үҫтереүгә бюджет кредиты алыуға республика биргән ике ғариза менән таныштырҙы. Береһе Нефтекама ҡалаһын комплекслы үҫтереү булһа, икенсеһе - Өфө ҡалаһы "Көньяҡ ҡапҡаһы" проектының комплекслы үҫеше. Был ғаризалар транспорт, коммуналь һәм социаль инфраструктура объекттарын яңыртыуҙы һәм төҙөүҙе күҙ уңында тота. Проекттар буйынса бюджет кредитының дөйөм күләме 19,6 миллиард һум тәшкил итә, уларҙы тормошҡа ашырыу мөҙҙәте 2025 йылға тиклем ҡаралған.
— Был аҡсаларҙың бер өлөшөн – 14,8 миллиард һумды бүлеү былтыр раҫланған. Эшкә тотондоҡ та инде, — тине Радий Хәбиров. — Өҫтәмә объекттар өсөн тағы ла 4,8 миллиард һум кәрәк. Был - Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү, ул "Көньяҡ ҡапҡа" проектына индерелгән. Бынан тыш, Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендә мәктәп төҙөүгә, шулай уҡ Нефтекама ҡалаһында биологик таҙартыу ҡоролмаларын төҙөкләндереүгә киткән сығымдар ҙа индерелгән. Пландарыбыҙҙы ваҡытында тормошҡа ашыра алырбыҙ тип ышанам, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Хөкүмәт комиссияһы, республиканың төҙөлөш тармағы үҫешенең яҡшы темпын билдәләп, өҫтәмә финанслау тураһындағы ғаризаны хупланы.
"Башҡортостан – эшләй белгән төбәк", - тине һүҙҙе йомғаҡлап вице-премьер Марат Хөснуллин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.