Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Июнь 2022, 08:30

Тикшереүҙәр йоғонтоло булһын

Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә лицензиялар биреү срогы 45 көндән 15 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартылған...

Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының төбәктәрҙең инвестиция климаты торошо милли рейтингында тәүге бишәү рәтенә инде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бизнесҡа медицина лицензиялары биреүҙе үҙ өҫтөнә алған, улар буйынса эштәрҙең тормошҡа ашырылыуын күҙәтә һәм тикшерә. 2021 йылда республикала бирелгән лицензиялар буйынса медицина эшмәкәрлеге мөмкинлектәрен күсмә һәм документтар буйынса тикшереүҙәр  һаны элгәрге йыл менән сағыштырғанда  ете процентҡа артҡан.  

Мөмкинлектәрҙе тикшереү менән бергә медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензиялар алыу өсөн  ойошмаларға һәм эшҡыуарҙарға ҙур ярҙам күрһәтелә.

–Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә лицензиялар биреү срогы 45 көндән 15 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартылды. Реестрға үҙгәрештәр индереү срогы ун көн тәшкил итә, – тине һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Лицензиялар алыу срогының ҡыҫҡартылыуына  документтар әйләнешен яраҡлаштырыу, электрон реестрға күсеү, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лицензион контроль үткәреүгә аттестацияланған белгестәрҙе йәлеп итеү ярҙам итә.

Инвестиция климаты торошо милли рейтингы  2014 йылдан алып төбәк властарының бизнесты алып барыуға уңайлы шарттар булдырыу буйынса тырышлығын баһалай, иң яҡшыларҙы асыҡлай.

Фото:Mc.ru


 Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56357

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: