Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Июнь , 14:15

Ҡуртымға майҙандар алыу ябайлаштырыла

Республика Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының иң мөһим мәсьәләләренең береһе  – эшҡыуарҙар өсөн ҡуртымға алынасаҡ майҙандар алыуҙы еңелләштереү.

Ҡуртымға майҙандар алыу ябайлаштырыла
Ҡуртымға майҙандар алыу ябайлаштырыла

Башҡортостан  Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция климаты торошо милли рейтингының  тәүге биш төбәк исемлегенә инде.  Был хаҡта Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форум барышында билдәле булды.

Республика Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының иң мөһим мәсьәләләренең береһе  – эшҡыуарҙар өсөн ҡуртымға алынасаҡ майҙандар алыуҙы еңелләштереү. Был сара сифаты туранан-тура эшҡыуарҙар  берләшмәһенең власть органдары эшмәкәрлеге  менән  ҡәнәғәт булыуына йоғонто яһай.

– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм үҙмәшғүл граждандарға ярҙам итеү өсөн дәүләт милкен файҙаланыуҙа льготалы түләү тәртибе булдырылған. Тәүге йылда ул ҡуртымға түләү дәүмәленең  – 40%, икенсе йылда – 60%, өсөнсө йылда 80% тәшкил итәсәк. 92 субъект менән үрҙә әйтелгән льготалы тәртипте ҡулланып, 103 килешеү төҙөлдө, – тине ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

 Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары менән дәүләт торлаҡҡа ҡарамаған фонд объекттарын ҡуртымға алыу буйынса 17 килешеү төҙөлгән, был осраҡта льготалы коэффициент ҡулланылған.

– Республика кешеләре бизнес өсөн майҙандар тураһында тулы мәғлүмәт алһын өсөн  дәүләт милке исемлеге даими яңыртыла, министрлыҡтың рәсми сайтында баҫылып бара, – ти Наталия Полянская.– Әлеге ваҡытта Исемлеккә  торлаҡҡа ҡарамаған фондтың 59 объекты, 40 ер участкаһы индерелгән. Быйыл ул тағы ла арттырыласаҡ.

Республикала шулай уҡ Башҡортостан милкендә булған  ирекле күсемһеҙ милек объекттары бар. Улар  бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ҡуртымға (лизингҡа) тапшырыу өсөн тәҡдим ителә. Исемлек ведомствоның рәсми сайтында бар.

– Майҙандарҙы ҡуртымға алыуҙы рәсмиләштереү  һәм үрҙә әйтелгән льготаларҙан файҙаланыу өсөн  “Башҡортостан Республикаһының ҡаҙна милке менән идара итеү” идаралығына, шул иҫәптән Күп функциялы үҙәктәргә  мөрәжәғәт итегеҙ йәки почта элемтәһе, шәхси кабинет аша сығығыҙ, – тип аңлатты Наталия Полянская.

Эшҡыуарҙарға финанс көсөргәнешен кәметеү маҡсатында министрлыҡ республика Хөкүмәтенең 2022 йылда капиталь ремонт үткәреүгә арендаторҙың сығымдарын ҡайтарыу осорон арттырған  ҡарар проектын эшләне. Элек, мәҫәлән, эшҡыуар дәүләттән ҡуртымға  алған бинаны капиталь ремонтлауға тотонолған сығым суммаһын ике йыл өсөн билдәләнгән ҡуртым түләүҙәренән артыҡ булмаған күләмдә алды. Хәҙер ул сығымдар ҡайтармаһын өс йыл эсендәге ҡуртымға түләүҙәр суммаһынан артмаған күләмдә ала.  Шулай итеп, бинаны капиталь ремонтлауға тотонолған сығымдар ҙурыраҡ күләмдә ҡайтарыла.   

Тағы ла бер сара эшҡыуарҙар өсөн уңайлы. Ер участкаһы майҙанын арттырған өсөн түләү дәүмәле 50 процентҡа кәметелә.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56367

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в