Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июнь 2022, 16:30

Ауыл хужалығы техникаһы артасаҡ

Башҡортостанда Росагролизингтың льготалы программалары буйынса техника алыу ике тапҡырға артыуы ихтимал.

Ауыл хужалығы техникаһы артасаҡ
Ауыл хужалығы техникаһы артасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда Башҡортостан аграрийҙары “Росагролизинг”тың льготалы программалары буйынса яҡынса 4 миллиард һумға техника һатып алырға ниәтләй. 2021 йылда дәүләт лизинг компанияһы республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә 2,1 миллиард һумлыҡ техника ҡайтарған.

– Сәсеү кампанияһы барышында ауыл хужалығы техникаһын әүҙем яңыртыу арҡаһында аграрийҙар тәүлегенә 130 мең гектарға тиклем сәсеүгә өлгәшә алды, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Бөгөн мал аҙығы әҙерләүҙең ҡыҙған мәле, һәм бында ла ауыл хужалығы техникаһы паркын әүҙем яңыртыу иҫәбенә эштәр тиҙлеген ярайһы уҡ арттырырға планлаштырабыҙ. Һис шикһеҙ, мәсьәләне хәл итеүҙә “Росагролизинг”тың льготалы программалары ҙур роль уйнай.

2022 йылдың башынан республика аграрийҙары “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтенә 2,3 миллиард һумға заявка биргән. 1,9 миллиард һумға 283 берәмек техника алыуға килешеүҙәр төҙөлгән.

Белешмә өсөн:

Ошо көндәрҙә “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтендә “Өсләтә файҙа” акцияһы эшләй. Ошо акция барышында аграрийҙар лизингҡа льготалы шарттарҙа (аванс 0%, төп бурыс өсөн түләүҙе 2023 йылдың ғинуарына тиклем кисектереү) ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдарының киң номенклатураһын һатып алыу мөмкинлегенә эйә, ул 2022 йылдың аҙағына тиклем билдәләнгән хаҡ буйынса ҡуйыласаҡ. "Росагролизинг"тың яңы программаһы сиктәрендә Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә 253 берәмек техникаға квота бүленгән.

Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56416

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: