Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Октябрьский ҡалаһы предприятиеларына «Ашығыс экспорт ярҙамы» килде.
Сәфәрҙә Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр департаменты мөдире Альбина Хәсәншина, Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры урынбаҫары Николай Бабкин, шулай уҡ Рәсәй экспорт үҙәге вәкилдәре - Ольга Домайн, Волга буйы федераль округының төбәк экспорт тәьминәте буйынса директоры Илья Ғафаров һәм башҡалар ҡатнашты.
— Башҡортостан компанияларына шаҡтай эште еңелләштергән “Ашығыс экспорт ярҙамы” проектын дауам итәбеҙ. Проект һәр ваҡыт үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлай. Мәҫәлән, эшҡыуар Екатерина Латипова проектта былтыр йәй ҡатнашҡандан һуң, ойошмаһында етештерелгән продукцияһын – яҡтыртыу ҡорамалдарын — Etsy.com халыҡ-ара сауҙа майҙансығында һата башлай. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә: республиканың экспортҡа йүнәлтелгән компаниялары өсөн генә түгел, ә экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән предприятиелар өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы, — ти Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
«Ашығыс экспорт ярҙамы» «Пакер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Альтернатива» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «ПетроТул» ойошмаларында булды. Билдәләнгән компаниялар — әүҙем экспортерҙар. Әммә хәҙерге иҡтисади шарттарҙа компаниялар экспорт эшмәкәрлеге менән бәйле билдәле ҡыйынлыҡтар кисерә. Компаниялар географияны киңәйтергә тырыша.
Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә +7-347-246-68-16 телефоны аша мөрәжәғәт итергә йәки электрон почта аша яҙырға була: [email protected].
Белешмә:
«Ашығыс экспорт ярҙамы» проекты 2020 йылдың февралендә эшләй башланы. Проект республика компанияларының тышҡы баҙарға сығыуын һәм потенциаль экспортерҙарҙы асыҡлауҙы күҙ уңында тота.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.