Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июнь 2022, 15:30

Инвестор өсөн уңайлы шарттар булдырылған

Ер участкалары Бөрө ҡалаһы территорияһында урынлашҡан.

Инвестор өсөн уңайлы шарттар булдырылған
Инвестор өсөн уңайлы шарттар булдырылған

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Үҫеш корпорацияһында ике инвестиция майҙанының исем туйы булды. Дөйөм майҙаны 20 гектарҙы биләгән ер участкалары Бөрө ҡалаһы территорияһында урынлашҡан, улар сәнәғәт өсөн тәғәйенләнгән.

– Бөрө – киләсәге булған һәм иҡтисади йәһәттән йылдам үҫешкән ҡалаларҙың береһе, – тип һөйләй Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Һәр ер участкаһы төплө анализ үткән һәм муниципалитеттарҙағы бизнес-шерифтар тарафынан ныҡ ҡына тикшерелгән. Шуның өсөн дә тәҡдим ителгән майҙандар беҙҙә бизнестарын киң йәйелдерергә теләгән инвесторҙар өсөн бик яҡшы вариант була ала.  

Наил Ғәббәсов билдәләүенсә, ер участкалары төбәк әһәмиәтендәге “Өфө-Бөрө-Яңауыл” трассаһына яҡын урынлашҡан, үҙ сиратында, ул логистика мәсьәләләрен хәл итеүҙе ябайлаштыра. Бынан тыш, майҙандар газ һәм һыу торбаларына, электрға тоташтырыу өсөн уңайлы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.   

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: