Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, Дәүләт хеҙмәттәре порталының яңы бүлегендә IT тармағына ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт булдырылған. Ул Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы тарафынан әҙерләнгән.
- Әлеге ваҡытта мәғлүмәт технологияларыңды үҫтереү, иғтибарҙы импортты алмаштырыуға йүнәлтеү, IT-белгестәр потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итеү һәм ярҙам алыу сараларын ябайлаштырыу мөһим. Яңы бүлектә IT өлкәлә бөгөн тормошҡа ашырылған барлыҡ ташламалар тураһында ла мәғлүмәт бар. Сервиста тап һеҙгә кәрәкле ярҙам, уны ҡулланыу шарттары, ваҡыты тураһында ентекле танышырға мөмкин.
Башҡортостандағы ярҙамға килгәндә, көрсөккә ҡаршы закон проекты ҡабул итеү планлаштырыла. Ул IT өлкә өсөн уңайлы режим булдырасаҡ, - тине Башҡортостан Республикаһының дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.
Бүлек 12 блоктан тора (гранттар, IT белем биреү, һалым ташламалары, һәм башҡалар), һәр береһендә дәүләт ярҙамының кемгә тәғәйенләнеүе тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелгән.
Фото һәм сығанаҡ: БР Хөкүмәте.