Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда Өфө биләмәһендә ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Өфө хакимиәтенең юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе Константин Паппе, 1 сентябргә тиклем баш ҡалала Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл айырсаһы янындағы участкаларҙы йәшелләндереү тамамлана, тип белдерҙе.
Баш ҡаланың Киров районында Пугачев урамын төҙөкләндерә башланылар. Ул ремонт ваҡытында өлөшләтә ябыла. Эш инфраструктура облигациялары алымы файҙаланылған “Көньяҡ ҡапҡа” проекты нигеҙендә башҡарыла. Быйыл июлдә төҙөүселәр Бородин урамынан Геофизиктар урамына тиклемге участкала урау юлды сафҡа индерергә тейеш. Пугачёв урамының Геофизиктар урамынан Сочи урамына тиклемге өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылмай.
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел федераль Хөкүмәт комиссияһы Өфөнөң һәм Нефтекаманың инфраструктура объекттарын, шул иҫәптән “Көньяҡ ҡапҡа” проектын өҫтәмә финанслауға республика ғаризаһын хупланы. Уға Ағиҙел йылғаһы аша иҫке автомобиль күперен ремонтлауҙы ла индергәндәр. Константин Паппе әйтеүенсә, күперҙе яңыртыуҙы 2024 йылда тамамлау күҙаллана.
Бынан тыш, “Көньяҡ ҡапҡа” проекты 2023 йыл аҙағына тиклем генерал Рыленко урамын, унда юл айырсаһы төҙөүҙе, юлды Пугачев урамына тиклем һалыуҙы күҙ уңында тота.
Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын төҙөү сиктәрендә баш ҡаланың Совет районында Галле ҡалаһы исемендәге урамдың 1,1 километрлыҡ участкаһын проектлау тамамланған. Ул Менделеев урамы аҫтындағы тоннелде ҡаланың үҙәк өлөшө менән бәйләйәсәк. Белгестәр эш башлау өсөн яңы участкалар әҙерләү менән мәшғүл.
Йыл аҙағына Өфөнөң Октябрь районындағы Зинин ҡасабаһында тимер юл аша автомобиль күпере төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла. Бынан тыш, баш ҡаланың Әй, Бейеклек һәм Эшсе хәбәрселәр урамдарын төҙөкләндереүгә әҙерлек дауам итә. Улар ҡала үҙәген Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе менән тоташтырған яңы транспорт коридорын тәшкил итәсәк.
Кәңәшмәлә шулай уҡ республикала юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәү комплекстары эше тикшерелде. Башҡортостандың Траспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев төбәктә 1830 автоматлаштырылған камера ҡуйылыуы тураһында хәбәр итте. Быйыл биш айҙа улар ярҙамында юл ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында 434 миллион һумдан ашыу күләмдә 1,1 миллион ҡарар сығарылған.
– Юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы теркәү комплекстары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инә, – тине Мансаф Низаҡаев. – Яҡын арала юл саттарында йөрөү ҡағиҙәләрен контролдә тотҡан интеллектуаль системалар ҡуйыу проектын әҙерләргә ниәтләйбеҙ. Уларҙы Өфө һәм Стәрлетамаҡ биләмәһендә монтажлай башлайҙар.
Башҡортостан Башлығы, яңы системаларҙың төп бурысы – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тип билдәләне.
– Беҙҙең маҡсат штраф йыйыу түгел, ә юл ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау. Был – кешеләрҙең юлдағы именлегенең нигеҙе, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press